From Wikipedia, the free encyclopedia
Император Мэйдзи (япон. 明治天皇мэйдзи тэнно: , 3 ноябрь 1852 йыл, Киото — 30 июль 1912 йыл, Токио)(яп. 明治天皇 мэйдзи тэнно:, 3 ноябрь 1852 йыл, Киото — 30 июль 1912 йыл, Токио) — Японияның 122-се императоры, тәхеткә 1867 йылдың 3 февралдә ултырған һәм үҙе вафат булғансы ил башында тора.
Император Мэйдзи япон. 明治天皇 | |||||||||||
Император Мэйдзи 1890 йылда | |||||||||||
| |||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
3 февраль 1867 — 30 июль 1912 | |||||||||||
Император Мэйдзи — 明治天皇 | |||||||||||
Коронация: | 12 сентябрь 1868 | ||||||||||
Алдан килеүсе: | Осахито | ||||||||||
Дауамсы: | Ёсихито | ||||||||||
Дине: | Синтоизм | ||||||||||
Тыуған: | 3 ноябрь 1852 Киото, Япония | ||||||||||
Үлгән: | 30 июль 1912 (59 йәш) Токио, Япония империяһы | ||||||||||
Ерләнгән: | Токио | ||||||||||
Династия: | Япон император өйө | ||||||||||
Атаһы: | Осахито | ||||||||||
Әсәһе: | Накаяма Ёсико | ||||||||||
Ҡатыны: | Сёкэн | ||||||||||
Балалары: | сын: Ёсихито дочери: Фусако, Нобуко, Тосико | ||||||||||
Хәрби хеҙмәте | |||||||||||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1868-1912 | ||||||||||
Принадлежность: | Ҡалып:Флагификация/Япон империяһы | ||||||||||
Звание: | Генералиссимус | ||||||||||
Командовал: | Императорская армия Японии Императорский флот Японии | ||||||||||
Автограф: | |||||||||||
Наградалары: |
| ||||||||||
Уның йәшәгән ваҡытындағы тулы исеме — Муцухито (япон. 睦仁 )(яп. 睦仁). Хәйер, Японияның сиктәрендә уны йыш ҡына «Император Муцухито» тип йөрөтәләр. Японияла, императорҙар вафат булғас та, икенсе исем бирәләр.
1852 йылда, ул тыуған саҡта, Япония башҡа илдәрҙән изоляцияла торған, артта ҡалған технологиялы ил була. 250-нән артыҡ айырым йәшәгән феодалдар иле була, уның башында Токугава сегунлығы тора. 1912 йылда Японияла сәйәси, социаль һәм индустриаль революция үтә (ҡара: Мэйдзи осоро) һәм Япония донъяның иң көслө державаларының береһенә әйләнә.
"Нью-Йорк Таймс"гәзите япон императорын ерләү тураһындағы мәҡәләлә былай тип яҙа: «Матәм арбаһы алдындағы әйберҙәр менән уның артында барыусы әйберҙәрҙең ҡапма-ҡаршылығы шул тиклем хайран ҡалырлыҡ ҙур, сөнки уның алдында боронғо Япония барһа, уның артынан — яңы Япония барҙы»[1].
XVII быуат башында Токугава сегунлығы төҙөлә[2]. Ул осорҙа ил менән сегун идара итә. 180-гә яҡын даймё тигән феодалдар автономиялы ерҙәрҙә улар сегун ҡанаты аҫтында хужа булып тора. Улар сегунға даими рәүештә бүләктәр биреп торалар, ләкин һалым түләүҙән азат булалар[3].
1615 йылда Токугава Иэясу, Токугава династияһының беренсе сегуны, рәсми рәүештә үҙенең посын ташлай. Уның улы Токугава Хидэтада был ваҡытта ысынлап та илдең сегуны була. Ул дворяндар өсөн «Император һәм уның придворныйҙары» тигән ҡағиҙәләр уйлап сығара[4]. Кодекс нигеҙендә, император фән һәм сәнғәт менән шөғөлләнергә тейеш була[5]. Сегунлыҡ осорондағы императорҙар был кодекстың ҡағиҙәләре буйынса йәшәй, конфуциан классикаһын, япон шиғриәтен һәм каллиграфияһын, тарих менән география нигеҙҙәрен өйрәнәләр[6]. Сегун һәр ваҡыт император кәңәштәрен һорамайынса ғына үҙаллы рәүештә ҡарарҙар ҡабул итә[7]. Шул уҡ ваҡытта сегун бары тик император указы менән генә раҫланған тип иҫәпләнә[8].
Императорҙар бер ҡасан да Киотолағы Госё һарайы территорияһынан сыҡмаған. Бары тик янғын сыҡҡан саҡтарҙа ғына хакимлеген ташлап ғибәҙәтханаларҙа йәшенеп ятҡандар [9]. Императорҙың иң төп бурысы булып илде стихия бәләләренән һаҡлау торған[10]. Ҡайһы бер императорҙар шаҡтай оҙаҡ йәшәгән һәм үлер алдынан ғына тәхетте ҡалдырған, тик Мэйдзиҙан алда йәшәгән биш императорҙарҙан һуң император булған олатаһы ғына 46 йәшендә вафат булған[7]. Император династияһында балалар араһындағы үлем бик юғары күрһәткестә булған — императорҙың биш бер туған ағай-пайҙары бала саҡтарында үлгәндәр, ә үҙенең ун биш балаһының бише генә тере ҡалған[7].
Токугава сегунаты барлыҡҡа килгәс, XVII быуаттағы сегундар Япония Көнбайыш илдәре менән сауҙа бәйләнештәрен өҙгән, европа халыҡтарын илдән ҡыуып сығарған[11]. Япония менән Голландияғына сауҙа иткән, ә ҡалған сит илдәргә Японияға инеү тыйылған[12]. Сауҙа күбеһенсә Нагасакиҙың Дзема утрауында барған[13]. XIX быуат башында европа һәм америка караптары Япония утрауҙары янына йышыраҡ туҡтай башлағандар[14].
Император Мэйдзи, диабет, нефрит һәм гастроэнтериттан ауырыһа ла, уремиянан вафат була . Рәсми сығанаҡтар хәбәр итеүенсә ул 1912 йылдың 30 июлендә 00:42 сәғәттә вафат булды тип әйтелһә лә , ысынбарлыҡта ул 22:40 сәғәттә, 29 июлдә донъя ҡуйған[15][16]. Император үлгәндән һуң парламенты уның Мэйдзи реставрацияһындағы ролен мәңгеләштереү тураһында резолюция ҡабул иткән. Уның буйынса Император һәм уның ҡатыны Сёкэн ял итергә яратҡан баҡса урынында Мэйдзи Дингу иң мөҡәтдәс урыны төҙөлгән
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.