Иммунлыҡ системаһы
кеше һәм хайуан организмын сирҙән һаҡлау системаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Имму́нлыҡ систе́маһы — умыртҡалы хайуандарҙа булған органдар системаһы, организмды төрлө сирҙәрҙән ҡурсалай торған органдар һәм туҡымаларҙан тора, шеш күҙәнәктәрен һәм патогендарҙы (сир ҡуҙғытыусы микроорганизмдарҙы) таный һәм юҡҡа сығара. Иммунлыҡ системаһы күп төрлө сир ҡуҙғытыусыны таный — вирустарҙан алып паразит ҡорттарға хәтле — уларҙы үҙ күҙәнәктәренең биомолекуларынан айыра ала. Сир ҡуҙғытыусыларҙы таныуҙы уларҙың яраҡлашыуы һәм хужа организмды инфекциялауҙың яңы ысулдарын тәбиғи (эволюцион)үҫтереүе ауырлаштара.
Иммунлыҡ системаһының төп маҡсаты — сит агентты — сир тыуҙырыусы микроорганизм, сит есем, ағыулы матдә йәки организмдың сифаты үҙгәргән күҙәнәген юҡ итеү тора. Шулай итеп, кешенең биологик үҙенсәлеге булдырыла.
Ныҡ үҫешкән организмдар системаһында сит агенттарҙы таныу һәм юҡ итеүҙең күп ысулы бар: был процесс иммунитет яуабы тип атала. Иммунитет яуабы формаларын тыумыштан булған һәм йәшәү дәүерендә туплаған реакцияларға бүләләр. Улар араһындағы айырма шунда- йәшәү дәүерендә булдырылған иммунитет билдәле бер төр антигендарҙы тиҙ айырып ала (высокоспецифичный) һәм яңынан осрашҡанда уларҙы тиҙерәк бөтөнләйгә юҡҡа сығара. Антигендар тип организмда сит агенттар кеүек булған һәм организмдың үҙенсәлекле реакцияһын тыуҙырған молекулаларҙы йөрөтәләр. Мәҫәлән, һыу сәсәге (ветрянка (рус.)), ҡыҙылса (корь (рус.)), дифтерия менән ауырыған кешеләрҙә шул сирҙәргә ғүмерлек иммунитет барлыҡҡа килә. Аутоиммун реакциялар осрағында антиген булып организмдың үҙе эшләп сығарған молекулаһы тора.