![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/ce/Hollyflowers.jpg/640px-Hollyflowers.jpg&w=640&q=50)
Ике өйлө үҫемлектәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәскәле үҫемлектәрҙең күпселегендә сәскәһенең һеркәстәре лә, емешлектәре лә була. Улар ике енесле сәскәләр (ҡуш енесле).
Ләкин ҡайһы бер үҫемлек сәскәләрендә тик емешлектәр — емешлекле сәскәләр, ә икенселәрендә — тик һеркәстәр — һеркәсле сәскәләр була. Ундай сәскәләр — айырым енесле сәскәләр.
Ҡыяр, кукуруз кеүек үҫемлектәрҙе бер өйлө үҫемлектәр тип атайҙар, сөнки емешлекле һәм һеркәсле сәскәләре бер үк үҫемлектә урынлашҡан.
Киндер, тирәк, ҡуҙғалаҡ, өйәңке, кесерткән, һырғанаҡ һәм талды ике өйлө үҫемлектәр тип атайҙар.
Уларҙың һеркәсле сәскәләре бер үҫемлектә булһа, емешлекле сәскәләре башҡа үҫемлектә урынлашҡан. Күрәндең ҡайһы бер төрҙәре, шулай уҡ, ике өйлө үҫемлеккә инә.
Шулай итеп, Ике өйлө үҫемлектәр- һеркәсле сәскәләре бер үҫемлектә булһа, емешлекле сәскәләре башҡа үҫемлектә урынлашҡан үҫемлектәртәр ул.