Икенсе Балҡан һуғышы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Икенсе Балҡан һуғышы, Союздаштар-ара һуғыш (болг. Междусъюзническа война, сер. Други балкански рат, грек. Β΄ Βαλκανικός Πόλεμος рум. Al doilea război balcanic, төр. İkinci Balkan Savaşı) — 1913 йылдың 29 июненән 29 июленә тиклем бер яҡтан Болгария, һәм икенсе яҡтан Черногория, Сербия һәм Греция, шулай уҡ Болгарияға ҡаршы хәрби хәрәкәттәргә ҡушылған Ғосман империяһы һәм Румыния, араһында барған һуғыш. Һуғыш Австро-Венгрия һәм Германия империяһы дипломаттарының ҡотортоуы менән башланған, улар Балҡан союзын тарҡатырға ынтылған.
Был мәҡәлә Яҡшы мәҡәләләргә кандидат. |
Икенсе Балҡан һуғышы | |||
Төп конфликт: Балҡан һуғыштары | |||
| |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Сәбәбе |
Беренсе Балҡан һуғышында ҡатнашҡан илдәрҙең яуланған территорияларҙы яңынан бүлергә ынтылышы | ||
Нәтижә |
Болгарияның еңелеүе һәм уның территорияһын бүлеү | ||
Үҙгәрештәр |
Македонияның бер өлөшө Сербияға, ә икенсе өлөшө Грецияға күскән. Ғосман империяһы үҙенең элекке Европа биләмәләренең бәләкәй өлөшөн кире ҡайтарған. Румынияға көньяҡ Добруджа күскән. | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Икенсе Балҡан һуғышы Викимилектә | |||
Һуғышты башлап ебәргән Болгария еңелгән, һөҙөмтәлә Франция, Австро-Венгрия һәм Германия империяһы Балҡан ярымутрауында Рәсәй империяһы позицияларын ҡаҡшатып, үҙ йоғонтоһон арттырғандар. Беренсе Балҡан һуғышында Болгария тарафынан яулап алынған территория, еңеүсе илдәр араһында бүленгән.