Изотов Алексей Николаевич (26 апрель 1973 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы, Дәүләт Думаһының финанс баҙары буйынса комитеты ағзаһы[1].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ябырға

Биографияһы

Алексей Николаевич Изотов 1973 йылдың 26 апрелендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. 1992 йылда Өфө радиоэлектроника колледжын бөтөрә һәм Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инә һәм 1997 йылда уны «Менеджмент» һөнәре буйынса тамамлай. 2003 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында белемен күтәрә. 1997—1999 йылдарҙа «Башкредитбанк» банкында эшләй. 1999—2000 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Сбербанкының Башҡортостан филиалында кредит бүлеге баш иҡтисадсыһы, кредитлау секторы начальнигы булып эшләй. 2000 йылдан алып 2004 йылға тиклем — «Башкиргазинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең директор урынбаҫары, башҡарма директоры, директоры. 2004 йылда Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводына башҡарма директор, ә 2007 йылда заводтың генераль директоры итеп тәғәйенләнә. 2008 йылдың мартында 28-се бер мандатлы һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының IV саҡырылыш депутаты итеп һайлана[2].

2010 йылдың октябрендә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры вазифаһына контракт буйынса тәғәйенләнеү менән бәйле[3], үҙенән заводтың генераль директоры вазифаһын һәм депутат вәкәләттәрен һала. 2012 йылдың ноябрендә ике йыллыҡ контракт ваҡыты үткәндән һуң, А. Н. Изотов Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҡала округы советы ҡарары менән йәнә ҡала башлығы итеп тәғәйенләнә[4].

2016 йылдың сентябрендә VII саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа үҙенең кандидатураһын ҡуя, һайлау һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡ 8-се бер мандатлы һайлау округы буйынса Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана[5].

Закондар сығарыу эшмәкәрлеге

2016 йылдан 2019 йылға тиклем VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты вәкәләттәрен башҡарыу ваҡытында, 42 закондар сығарыу инициативаһы һәм федераль закон проектына төҙәтмәләр авторҙашы була[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

«Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн»[7]

Иҫкәрмәләр

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.