From Wikipedia, the free encyclopedia
Изге Троица соборы — Псков ҡалаһындағы православие соборы, Псков епархияһының кафедраль соборы. Собор Псков кромының архитектура ансамбленә инә һәм уның төп төҙөлөшө булып тора.
Изге Троица соборы | |
Нигеҙләү датаһы | 1682 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Троица[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Псков |
Урын | Псков Кромы |
Епархия | Псковская епархия[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | кирбес |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27607444? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Бейеклеге/буйы | 72 метр |
Адрес | Россия, Псковская область, г. Псков, ул. Кремль, д. 2/1 |
Рәсми сайт | soborpskov.ru |
Указания, как добраться | Кремль, 3 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | X быуат |
Изге Троица соборы (Псков) Викимилектә |
Бөгөнгө, иҫәп буйынса дүртенсе, собор бинаһы 1699 йылда, шул уҡ элекке собор урынында төҙөлгән ҡорам булып тора. Беренсе собор Х быуатта бөйөк кенәз ҡатын Ольга бойороғо буйынса ағастан төҙөлә һәм янғындан юҡҡа сыға. Икенсе собор таштан һалына һәм ,риүәйәт буйынса, 1138 йылда изге ышаныслы кенәз Всеволод Мстиславич (Николай Воронин, Павел Раппопорт һәм Юрий Спегальскийҙар тикшереүе буйынса — 1180 йылдар аҙағында — 1190 йылдар башында) тарафынан нигеҙләнә[1]. 1363 йылда ҡорамдың түшәме емерелә һәм иҫке ҡорам урынында 1365 йылда яңыһы һалына. 1609 йылдағы янғында соборҙың эсендәге әйберҙәр, изге кенәз Довмонт һәм изге кенәз Всеволод мәйеттәре ҡуйылған кәшәнән тыш, барыһы ла утта янып бөтә. 1682 йылға тиклем ҡорам төҙәтелә һәм үҙгәртеүһеҙ тора. Шул йылда иҫке ҡорам урынында яңы таш собор төҙөлә башлай[2]. Дүртенсе ҡорам 17 йыл буйына төҙөлә һәм 1699 йылда төҙөлөп бөтә, ул беҙҙең көндәргә тиклем еткән[3].
Псков ҡалаһы Х быуат башында Пскова һәм Великая йылғалары киҫешкән урында әүҙем төҙөлә башлай. Ғибәҙәтхана төҙөләсәк урынды бөйөк кенәз ҡатын Ольга, был ерҙәргә килгәндән һуң, 957 йылда һайлай. Йылъяҙмаларҙа күрһәтелеү буйынса, кенәз ҡатын йылға ярында тора һәм уның күҙҙәре алдында был урынды күрһәтеүсе өс нур пәйҙә була, ул тап шуның өсөн был ерҙә Живоначальная Троицаға ҡорам төҙөүҙе бағышлаған.
.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.