Ибраһим Әбүләйеш[1] (إبراهيم أبو العيش, Ibrahim Abouleish; 23 март 1937 йыл15 июнь 2017 йыл) — Мысыр химигы, эшҡыуары һәм менеджеры, үҙе асҡан һәм етәкселек иткән «Секем» (ингл. SEKEM) холдингы аша социаль эшҡыуарлыҡ принциптарын тормошҡа ашыра[2][3][4][5][6].

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Ибраһим Әбүләйеш
Ibrahim Abouleish
Thumb
Тыуған көнө

23 март 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Маштуль-эс-Сук

Вафат булған көнө

15 июнь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (80 йәш)

Гражданлығы

Мысыр Мысыр

Эшмәкәрлеге

химик, эшҡыуар һәм менеджер

 Ибраһим Әбүләйеш Викимилектә
Ябырға

2003 йылда «Дөрөҫ йәшәү рәүеше өсөн» премияһына лайыҡ булған[2].

Биографияһы

Ибраһим Әбүләйеш 1937 йылдың 23 мартында Мысырҙың Мәштүл-әс-Суҡ тигән ҡалаһында (Шәрҡиә моһафазаһы) тыуған[4].

1956 йылдан Австриялағы Грац университетында химия һәм медицина өйрәнә, 1969 йылда фармакология өлкәһендә докторлыҡ дәрәжәһе ала[3][4].

1960 йылда өйләнә; ике ҡыҙы тыуа[4].

Австрияла фармацевтик тикшеренеүҙәр тармағында етәксе вазифаларҙа эшләй[4].

1977 йылда Мысырға сәфәре ваҡытында ватанының ауыр хәлдә булыуын күрә — илде иҡтисад көрсөгө, мәғарифтың артта ҡалғанлығы, халыҡ һанының үтә күплеге, тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы кеүек ауыр проблемалар баҫҡан[4][6].

Тыуған иленең мөшкөл хәле уға бик көслө тәьҫир яһай һәм ул, Австрияла 20 йыл йәшәгәндән һуң, ғаиләһе менән Мысырға ҡайтып төпләнә[6].

1977 йылда Ибраһим Әбүләйеш «Секем» (ингл. SEKEM) социаль венчурлыҡ предприятиеһын аса, уның маҡсаты «ерҙе һәм кешеләрҙе һауыҡтырыу» була[5][6][7].

«Секем» тигән беренсе ауыл хужалығы предприятиеһы Ҡаһирәнән төньяҡ-көнсығышта 70 акр сүл ерендә ойошторола[4].

Күп йылдарға һуҙылған эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә Әбүләйеш асҡан һәм етәкселек иткән холдинг тәбиғи продукттар һәм шифалы үҫемлектәрҙән эшләнгән дарыуҙар баҙарында лидерға әүерелә[4]. Компания ауыл хужалығын алып барыуҙың биодинамик ысулдарын файҙаланыу яҡлы. Ауыл хужалығы культураларына, айырыуса мамыҡҡа, зарар килтереүсе ҡоротҡостар менән көрәштең экологик нигеҙләнгән сараларын ҡулланыуҙы пропагандалай[4].

Ибраһим Әбүләйеш Мысырҙа ғына түгел, донъяла күренекле социаль эшҡыуар булыраҡ танылыу яулай — ул белем биреү программалары эшләй, мәктәптәр, медицина үҙәге, Ҡулланма сәнғәттәр һәм фәндәр академияһы, шәхси университет аса[4].

2003 йылда «XXI быуат моделе эшләнмәһе» һәм «һөйөү иҡтисады» ярҙамында иҡтисади уңышлылыҡ һәм йәмғиәттең социаль һәм мәҙәни үҫеше интеграцияһы моделе эшләнмәһе өсөн «Дөрөҫ йәшәү рәүеше өсөн» премияһына лайыҡ була[2][4].

Шәхси тормошо

Өйләнгән, Хелми (Helmy, 1961) һәм Мона (Mona, 1963) исемле ике ҡыҙы бар.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.