Зәйнәб Биишева исемендәге премия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Зәйнәб Биишева исемендәге премия — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының 1999 йылда берлектә булдырған әҙәби премия, йыл һайын халыҡ яҙыусыһының тыуған көнө — 15 ғинуарҙа тапшырыла.
Зәйнәб Биишева исемендәге премия | ||
| ||
Ил | ||
---|---|---|
Награда төрө |
премия | |
Кем тапшыра |
Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы | |
Статус |
присваивается | |
Статистика | ||
Раҫланған ваҡыты | ||
Беренсе бүләкләү |
1999 йыл |
Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия 1999 йылда Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1997 йылдың 26 авгусындағы «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исемен мәңгеләштереү тураһындағы» 167-се ҡарары нигеҙендә булдырылған. Был рәсми документтың алтынсы пунктында «Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге яҡшы әҫәрҙәр өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге йыл һайын бирелә торған йәштәр район премияһы булдырыу тураһындағы тәҡдимен хупларға» тип әйтелгән. Ошо ҡарарға ярашлы район хакимиәте тарафынан премияның рәсми положениеһы[1] раҫланған. Унда был сараның төп маҡсаты һәм бурысы итеп «халыҡ яҙыусыһының исемен пропагандалау һәм популярләштереү, ижади эшмәкәрлекте дәртләндереү» билдәләнгән.
Премия түбәндәге эштәр өсөн бирелә
- Халыҡ яҙыусыһының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә индергән өлөш өсөн;
- Зәйнәб Биишева ижадының традицияларын дауам иттергән сәнғәт әҫәрҙәре өсөн;
- Әҙиптең тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында публицистик сығыштар өсөн;
- Яҙыусының әҙәби ижадын популярлаштырған өсөн;
- З. Биишева әҫәрҙәренең ижади үҙенсәлектәрен фәнни һәм тәрән өйрәнгән өсөн;
- Республиканың күп милләтле халыҡтарының дуҫлыҡ тойғоларын һынландырған һәм уларҙың мәҙәни берҙәмлегенә булышлыҡ иткән әҫәрҙәр өсөн;
- Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре нигеҙендә йәш быуында илһөйәрлек һәм интернационалистик рухта тәрбиәләгән өсөн.
Премия йыл һайын З. Биишеваның тыуған көнөндә (15 ғинуар) уның тыуған төйәге — Күгәрсен районынында тапшырыла.
Премияға кандидаттарҙы йәмәғәт ойошмалары, әҙәби-ижад берекмәләре, уҡыу йорттары, хеҙмәт коллективтары, редакциялар һәм шулай уҡ айырым шәхестәр ҙә күрһәтә ала. Был турала документтар һәр йыл ноябрь-декабрь айҙарында Күгәрсен районы хакимиәтендә ҡабул ителә.