From Wikipedia, the free encyclopedia
Зобаный (ғәр. الزبانية — әз-Зәбәниәт, рус. аз-Заба́ния) — ислам эсхатологияһында тамуҡ фәрештәләре (йәһәннәм), йәки үлем мәлендә йәнде алып китә торған фәрештәләр[1]. Ҡөрьәндә Әл-Ғәләҡ сүрәһендә телгә алына: «Беҙ иһә тамуҡ һаҡсыларын саҡырырбыҙ!»[2]. Әт-Тәхрим сүрәһендә тамуҡтағы уҫал һәм көслө фәрештәләр тураһында әйтелә, улар " Аллаһ бойороҡтарынан тайпылмайҙар һәм ни ҡушһа ла үтәйҙәр "[3]. Әл-Мудәҫҫир сүрәһенең 30-сы аятында , әз-Зәбәниә фәрештәләре һаны 19-ға тигеҙ[4].
Ислам риүәйәтенә ярашлы, зобаныйҙар гонаһлыларҙы бығау һәм сылбыр менән ҡаршы аласаҡ. Фәрештәләр уларҙы тимер күҫәктәр менән туҡмап, тегеләр унан сығырға теләгән һайын кире ҡайтарып торасаҡ[5][6][7].
Башҡорт телендә «зобаный» һүҙе яуыз, уҫал кешегә ҡарата ла ҡулланыла[8]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.