Зенгё
From Wikipedia, the free encyclopedia
Зенге (Зенгевар; мадьярса Zengő; хорв. Zenka[2]) — Көньяҡҡа Венгриялағы (медье Эс) Мечка теҙмәһендәге иң бейек тау. Тауҙың бейеклеге 682 метр тәшкил итә[1]. Иң бейек нөктәһе теҙмәнең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Тау түбәһендә ҡарауылсы башняһы менән бер рәттән, урта быуаттарҙағы ҙур булмаған һарайҙың харабалары ла бар, фараз буйынса, ул Рим империяһының ҡарауыл башнялары урынында төҙөлгән.
Зенгё | |
---|---|
венг. Zengő | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 682[1] м |
Урынлашыуы | |
46°11′ с. ш. 18°23′ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Тау һырты йәки массив | Мечек |
Зенгё Викимилектә |
Тауҙар урта триас эзбизташынан яһалған[3]. Зенге битләүенән Вельдьшег-Патак йылғаһы баш ала. Тау, башлыса, япраҡлы, атап әйткәндә бук ағаслы урмандар менән ҡапланған. Тик ҡайһы бер күләгәле урындарҙа ғына ылыҫлы ағастар үҫә.
Иң бейек нөктәһенә Печварад йәки Хоссухетень ауылдарынан барырға була. Улар эргәһенән яҡындағы ҡалҡыу урындарға, шулай уҡ Драва һәм Дунай[4] үҙәндәренә иҫ китмәле күренеш асыла.