лётчик, өлкән лейтенант, донъяла һауа тараны ҡылған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ, Советтар Союзы Геройы (1990 й. 5 майы) From Wikipedia, the free encyclopedia
Зеленко Екатерина Ивановна (14 сентябрь 1916 йыл — 12 сентябрь 1941 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған лётчик, өлкән лейтенант. Донъяла һауа тараны яһаған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Советтар Союзы Геройы (1990).
Зеленко Екатерина Ивановна | |
укр. Катерина Іванівна Зеленко | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Украинская Народная Республика[d] СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 14 сентябрь 1916 |
Тыуған урыны | Корощино[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы |
Вафат булған көнө | 12 сентябрь 1941 (24 йәш) |
Вафат булған урыны | Роменский район[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы |
Ерләнгән урыны | Курск |
Һөнәр төрө | лётчик, хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940), Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] һәм военно-воздушные силы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Зеленко Екатерина Ивановна Викимилектә |
Екатерина Ивановна Зеленко 1916 йылдың 23 февралендә[1] Волынь губернаһы Овруч өйәҙе (хәҙерге Житомир өлкәһе Олевский районы) Коршин ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, ғаиләлә унынсы бала була. Катяның әсәһе, Наталья Васильевна Максимова Кострома өлкәһе Назаровка ауылында тыуған. Атаһы — Курск өлкәһе Велико-Михайловка ауылыныҡы. Беренсе донъя һуғышы йылдарында ғаилә Курск ҡалаһына күсергә ҡарар итә.[2]
Курск ҡалаһындағы 10-сы тулы булмаған урта мәктәптең ете класын тамамлай, Воронеж аэроклубында курстарын үтә (1933), К. Е. Ворошилов исемендәге 3-сө Ырымбур хәрби авиация лётчиктар һәм лётчик-күҙәтеүселәр мәктәбен (1934, 5 билдәләренә генә) тамамлай. ВЛКСМ ағзаһы. Шул уҡ 135-се бомбардировка авиация полкының 1943 йылғы һауа һуғышында һәләк булған 4-се эскадрилья командиры лётчик Павел Игнатенкоға кейәүгә сыҡҡан була.
Харьковта фатирҙарға урынлаштырылған 19-сы еңел бомбардировка авиация бригадаһында хеҙмәт иткән. Самолёттар һәм авиация ҡорамалдарын һынау менән шөғөлләнеп, ете йыл буйына дүрт самолёт төрөн үҙләштерә. 1939—1940 йылдарҙағы Хәрби-Һауа Көстәренең 8-се һауа армияһы составына ингән 11-се еңел бомбардировка авиация полкының 3-сө эскадрильяһында совет-фин һуғышында ҡатнаша. 8 хәрби осош яһап, дошмандың артиллерия батареяһын һәм боеприпастар келәтен юҡ итә, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Шунан 19-сы авиабригадаға ҡабат килә, 1940 йылдың майынан яңы формалашҡан 135-се бомбардировка полкында лётчик-инструктор сифатында хеҙмәт итә.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән 135-бомбардировка авиация полкының 5-се эскадрилья (Көньяҡ-Көнбайыш фронты, Хәрби-һауа көстәренең 6-сы армияһы, 16-сы ҡатнаш авиация дивизияһы) командиры урынбаҫары булараҡ алыштарҙа ҡатнаша. Барлығы 40 хәрби осош (шул иҫәптән төнгө) яһап өлгөрә, 12 һауа һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың июлендә Пропойск районында дошмандың 45 танков, 20 автомобилен, батальонға яҡын һалдатын ҡырып, юғалтыуһыҙ ҡайтҡан бомбардировщиктар төркөмө командиры була.
[1941 йылдың 12 сентябрендә СУ-2 самолётында ике хәрби разведка осошо яһай. Икенсе осош ваҡытында уның самолёты зыян күреүенә ҡарамаҫтан, шул уҡ көндә ул өсөнсө тапҡыр задание үтәргә оса. Кире ҡайтҡан саҡта, Ромны районы йүнәлешендә ике совет самолётына немецтарҙың ете Me-109 һөжүм итә. Икенсе совет самолёты бәреп төшөрөлә һәм алышта ҡатнаша алмай. Зеленко бер дошман самолётын бәреп төшөрә, ә боезапасы бөткәнлектән, икенсе немец самолётын төкөй таранить. Шулай итеп, уны ҡыйрата, әммә үҙе лә һәләк була.
Һәләк булған лётчикты урындағы халыҡ Сумы өлкәһенең Анастасьевка ауылы үҙәгенә ерләй. Һуғыштан һуң уның мәйетен Курск ҡалаһына күсерәләр 1941 йылда уҡ, үлгәндән һуң, Советтар Союзы Геройы исеме бирелергә тейеш була, әммә шул саҡта Ленин ордены менән генә бүләкләнә[3]. 1990 йылдың 5 майында СССР Президенты Указы менән үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелгән.
Советтар Союзы Геройы генерал-лейтенант Анатолий Иванович Пушкин һүҙҙәре буйынса:
...был юғары класлы лётчик ине. Ҡош осарға тыуған кеүек, ул да авиация өсөн тыуған! |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.