From Wikipedia, the free encyclopedia
Закиров Әхмәт Закир улы (19 март 1911 йыл — 29 март 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты (1944). Советтар Союзы Геройы (1944).
Әхмәт Закир улы Закиров | |||||
Тыуған ваҡыты | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||||
Үлгән ваҡыты | |||||
Вафат урыны |
РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы | ||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1933—1937; 1941—1944 | ||||
Хәрби звание | Гвардия лейтенанты | ||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Әхмәт Закир улы Закиров 1911 йылдың 19 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы) Кәшкәләү ауылында тыуған. Милләте башҡорт[2].
Урта белем ала. Ҡырғыҙ ССР-ы Ош өлкәһе Кызыл-Кия ҡалаһында шахтала эшләй. 1933—1935 һәм 1937—1939 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армияның кавалерия полкында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәте тамамланғас, Владивостокта йәшәргә һәм эшләргә ҡала[3].
1941 йылда Владивосток хәрби пехота училищеһын тамамлай һәм Бөйөк Ватан һуғышына ебәрелә[3]. Брянск, Көнбайыш һәм Үҙәк фронттарында хеҙмəт итə.
Үҙәк фронтында 61-се армия 76-сы гвардия уҡсылар дивизияһы 239-сы гвардия уҡсылар полкының взвод командиры була. Гвардия кесе лейтенанты Әхмәт Закиров бигерәк тә Днепр өсөн Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Комарин ауылы тирәһендәге алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 27-нән 28 сентябргә ҡараған төндә офицер Днепр аша үтеүҙе разведкалау һәм йылғаның уң яҡ ярында плацдармды яулап алыу мәсьәләһе ҡуйылған яугирҙарҙы етәкләй. Уның 20 һалдаттан торған штурмлау төркөмө, дошмандың көслө пулемёт һәм миномёт утына ҡарамаҫтан, Днепр йылғаһы аша сығып, фашист окоптарына төшә һәм дошман пулемёттары утын туҡтатып, ҡалған частарҙың йылға аша сығыуын тәьмин итә һәм шуның менән уларға уң яҡ яр буйында нығынырға мөмкинлек бирә. Был алыштарҙа гвардия кесе лейтенанты Закиров ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә[3].
Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 15 ғинуарында «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[4].
1944 йылдың февралендә госпиталдән сыға һәм туған яғына ҡайтарыла. Һуғыштан һуң Өфөлә йәшәй, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында машинист булып эшләй[3][4][5]. 1953 йылдан КПСС ағзаһы.
1988 йылдың 29 мартында Өфөлә вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.