Ер тетрәү
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ер тетрәү — тәбиғи сәбәптәр (ер аҫтындағы тектоник процесстар) йәки яһалма процесстар (шартлатыу, һыуһаҡлағыстарҙы тултырыу, ер аҫтындағы бушлыҡтарҙы емереү) арҡаһында барлыҡҡа килгән тирбәлештәр, күсештәр; Ҙур булмаған ер тетрәү вулкан атылғанда, лава күтәрелгәндә булыуы мөмкин.
Йылына бер миллионға яҡын көсһөҙ һәм бер нисә мең көслө ер тетрәү теркәлә. Көслө ер тетрәүҙәр етди емереклектәргә алып килә. Ер аҫтында ундарса километр тәрәнлектә ятҡан тау тоҡомдары күсә башлай. Был күренеш мантияның өҫкө өлөшөн төҙөгән плиталарҙың үҙ-ара тоташҡан йөйөндә булыусан. Плиталар һәр ваҡыт хәрәкәттә. Плиталарҙың ҡырҙары тейгән урында ер тетрәү барлыҡҡа килә. Иң көслө тирбәлеш булған урынды ер тетрәү үҙәге (эпицентр) тип йөрөтәләр. Ер тетрәүҙәр йыш булған урынды сейсмик хәүефле урын тип атайҙар.
Ер тетрәүҙәр, ғәҙәттә, таулы өлкәләрҙә йыш теркәлә. Тымыҡ океан яры буйлап иң күп ер тетрәүҙәр булыусы һыҙыҡ үтә. Был күренеш бик күп бәлә-ҡазалар алып килә. Ҙур-ҙур ҡалалар емереклектәр хәленә ҡалырға мөмкин. Емереклектәр аҫтында ҡалған кешеләргә ҡурҡыныс янай. Ер тетрәү һөҙөмтәһендә ер өҫтөндә тәрән ярыҡтар барлыҡҡа килә, йылғалар үҙ юлдарын үҙгәртә, һыу баҫыуҙар, цунамиҙар барлыҡҡа килә.
Ер тетрәү — ер ҡабығының йәки мантияның өҫкө өлөшөнөң ҡапыл шыуыуы һәм өҙөлөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм ҙур араларға күскән ер аҫты тетрәүе һәм ер өҫтө тирбәлеүе. Килеп сығышы буйынса тектоник, вулканик, ишелмә һәм техноген ер тетрәү айырыла.