![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/1/1c/Blessing_genie_Dur_Sharrukin.jpg/640px-Blessing_genie_Dur_Sharrukin.jpg&w=640&q=50)
Ен
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ен (ғәр. جن "жин") — ғәрәп мифологияһындағы зат, һуңынан ислам тәғлимәтенә инеп китә, яуыз көстәргә ҡарай. Исламға тиклем ғәрәптәр ендәргә табынған. Исламға ярашлы, ендәр төтөнһөҙ саф ялҡындан яралтылған, кешенең 5 һиҙеү ағзаһының береһе лә уны тоймай, кешеләр йәнәшендә йәшәй, уларҙан алдараҡ барлыҡҡа килгән, кешеләр кеүек үк Аллаға ышаныу-ышанмауҙары мөмкин.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/1/1c/Blessing_genie_Dur_Sharrukin.jpg/640px-Blessing_genie_Dur_Sharrukin.jpg)
Ғәрәп мифологияһында ендәрҙең дүрт төрө бар: ғифрит, гүл, силә, мәрид (мәлик). Улар араһында иң ҡеүәтлеһе һәм яуызы — ғифрит, утты уйнатыусы был ен иблескә хеҙмәт итә һәм кешегә етди зыян яһарға һәләтле.[1] Гүл — ғәрәп мифтарындағы зат, ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә, сүллектәрҙә һәм зыяраттарҙа йәшәй, яңы йән биргән үләкһә менән туҡлана. Мәридтәр (мәликтәр) — һауа ендәре, аҡыллылар, бөтә ендәрҙең батшаһы тип һаналалар. Силә — ендәрҙең иң көсһөҙө, ҡиәфәтен үҙгәртә алмай һәм ағастан ҡурҡа (ағас таяҡ менән бер һуҡҡандан да үлә).
Көнбайыш мәҙәниәтенә ендәр тәү сиратта Мең дә бер кисә тигән йыйынтыҡ аша барып ингән, унда енде ҡулдарын күкрәге тәңгәлендә ҡаушырған, әммә лампа эсенә бикләнгән, лампаны ышҡып, уны уятҡан һәр кемдең теләген үтәй торған тылсымлы зат итеп күҙ алдына килтерәләр.