Егәрлелек йорто
From Wikipedia, the free encyclopedia
Егәрлелек йорто — Рәсәйҙә XIX быуатта барлыҡҡа килгән, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү йөҙөнән уларҙы түләүле эш, аҙыҡ-түлек һәм йоҡларға урын менән тәъмин иткән үҙенсәлекле учреждение.
Шул ваҡыттағы «хеҙмәт өйҙәре» менән сағыштырғанда, «Эш һөйәрлек өйө»нең төп ҡағиҙәһе — ирекле йәшәү һәм теләк буйынса эштә ҡатнашыу булған.
«Эш һөйәрлек өйө»н Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡтың[1] беренсел формаһы тип ҡарарға була. Был эш барон Отто Буксгевден[2] исеме менән бәйле. Уның башланғыстарына княгиня Александра Иосифовна ла булышлыҡ итә.