Евразия милли университеты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гумилёв исемендәге Евразия милли университеты (ЕМУ; ҡаҙ. Гумилев атындағы Еуразия ұлттық университеті) — Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда юғары уҡыу йорто. Урыҫ ғалимы, тарихсы-этнолог Лев Гумилёв хөрмәтенә аталған. Университет составына 28 фәнни учреждениелар (фәнни-тикшеренеү институттары, лабораториялар, үҙәктәр), 13 факультет, Өҫтәмә белем биреү һәм квалификацияны арттырыу институты, хәрби кафедра, төрлө дәүләттәрҙең мәҙәни-мәғариф үҙәктәре инә. Университетта белгестәр әҙерләү системаһы 3 баҫҡыс буйынса алып барыла: бакалавриат (65 һөнәр буйынса), магистратура (68 һөнәр буйынса) һәм докторантура (38 һөнәр буйынса).
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Кем хөрмәтенә аталған ...
Евразия милли университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1996 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Лев Гумилёв |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Астана |
Уҡыусылар һаны | 11 300 |
Хеҙмәткәрҙәр | 1678 кеше |
Рәсми сайт | enu.kz |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 1041 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Евразийского национального университета[d] |
![]() |
Ябырға