![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/5/5e/Euclidian_and_non_euclidian_geometry.png/640px-Euclidian_and_non_euclidian_geometry.png&w=640&q=50)
Евклидтыҡы булмаған геометрия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Евклидтыҡы булмаған геометрия — һүҙмә-һүҙ аңлағанда — Евклид геометрияһынан айырылған һәр төрлө геометрик система; әммә традицион рәүештә «Евклидтыҡы булмаған геометрия» термины тағы ла тарыраҡ мәғәнәлә ҡулланыла һәм тик традицион Евклидтыҡы булмаған геометрик системаларға ҡарай: Лобачевский геометрияһы һәм сфера геометрияһы (йәғни уға оҡшаған Риман геометрияһы).
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/5/5e/Euclidian_and_non_euclidian_geometry.png/640px-Euclidian_and_non_euclidian_geometry.png)
Евклид геометрияһы һымаҡ был геометриялар даими кәкрелек киңлегенең метрик геометрияларына ҡарай. Ноль кәкрелеге Евклид геометрияһына тап килә, ыңғай кәкрелек — локаль үҙенсәлектәре буйынса сфера йәки Риман геометрияһына тура килә, тиҫкәре кәкрелек — Лобачевский геометрияһы.