From Wikipedia, the free encyclopedia
Дәфтәре Сыңғыҙнамә, шулай ҙа Дәфтәр Сыңғыҙнамә, Дастаны Сыңғыҙнамә (XVII быуаттың аҙағы) — Алтын Урҙа һәм Ҡазан ханлығы тарихи яҙмаларына һәм риүәйәттәре нигеҙләнгән XVII быуаттың аҙағында ижад ителгән татар һәм башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыһы.
Дәфтәре Сыңғыҙнамә | |
Әҫәрҙең теле | иҫке төрки теле |
---|
Дин эшлеклеһе, 1670-1671 йылғы крәҫтиән һуғышында ҡатнашкан Иҙрис-хафиз әҫәрҙең авторы булыуы фараз[1]. Әҫәр 6 легенда-бүлектән төҙөлгән[1]. Һәр бүлек Сыңғызхан нәҫеле, Аҡһаҡ Тимер, Ғайса улы Әмәт, Иҙеүкәй һәм башҡа хандарҙың йәшәү урыны, биләмәләре тарихын, иҫтәлектәрен яҡтырта. Әҫәрҙең һуңғы өлөшө «Татар йылъяҙмаһы» булараҡ билдәле[1].
Был фразеологизмдарға, ябай, шул уҡ ваҡытта образлы телле беренсе булып әҫәрҙе И.Хәлфин тарафынан өйрәнелә. 1822 йылда әҫәрҙең йыйылма тексын баҫтыра. Был әҫәр Ҡазан университеты ир-ат һәм 1-се балалар гимназияһы шәкерттәре өсөн әсбап булып тора[2]. Әҫәрҙең иң тулы баҫмаһы 1882 йылда Ф.Йыһаншин тарафынан нәшер ителә. Бөгөнгө көндә 40-тан артыҡ күсермәһе табылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.