Дуһалар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Цаатандар, дуһалар (монг. цаатан, үҙ атамаһы духа́)) — Монголияғы төрки телле халыҡ[2]. Этноним «цаатан» шулай уҡ монгол телле урянхайҙарҙа һәм ҡалмыҡ-торгут ырыуҙарында осрай[3].
Үҙ атамаһы |
духаа, туъhа, урянхай уйғурҙары |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Тел |
Дуһа теле, Монгол теле |
Дин |
шаманизм, буддизм |
Раса тибы | |
Халыҡ | |
Туғандаш халыҡтар | |
Килеп сығышы |
2000 йыл халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса уларҙың һаны Монголияла 303 кеше тәшкил итә , 2010 йыл халыҡ иҫәбен алыу буйынса 282 кешегә тиклем кәмей. Дингә ышаныусылар— шаманизм (57%) һәм буддистар (10%), дингә ышанмаусылар 33%[4].
Монголияның төньяҡ-көнбайышында Дархад соҡоро, Хувсгел аймағында йәшәйҙәр. Альтернатив атамалары — тувиндар(Lattimore 1965: 455). Күбеһенсә болансылыҡ менән шөғөлләнәләр. Традицион йәшәү торлаҡтары — урц (чум) — түңәрәк йылда йәшәйҙәр. Хәҙерге ваҡытта туристарға уйынсыҡ сувенирҙар һатып һәм ҡулға өйрәтелгән боландарҙа йөрөтөп килем алалар.