инглиз фантасы From Wikipedia, the free encyclopedia
Дорис Мэй Лессинг (ингл. Doris May Lessing; тыумышта Тейлор; 22 октябрь 1919 йыл, Керманшаһ — 17 ноябрь 2013 йыл, Лондон) — инглиз фантаст яҙыусыһы, «бүлгеләнгән цивилизацияны скептицизм, ҡомар һәм күрәҙәсел ҡөҙрәт менән тикшереүгә дусар иткән ҡатын-ҡыҙ тәжрибәһен хикәйәләүсе» булараҡ, әҙәбиәт буйынса 2007 йылғы Нобель премияһы лауреаты. Элекке коммунистка, суфыйсылыҡ яҡлы, феминистка.
«Канопус Аргоста» серияһына (1979—1982) ингән 5 роман авторы, был әҫәрҙәрҙә көсһөҙ кешелектең ҡеүәтле цивилизациялар көрәшендә пассив ҡатнашыуынан торған философик проблематика төрлө һүрәтләнештә бирелә. Инглиз фантаст яҙыусыһы Брайан Олдисс ыңғай баһалаһа ла, килмешәк аллалар концепцияһын файҙаланған өсөн тәнҡиткә дусар ителә. 1965 йылдан алып Лессингтың ижады тураһында монографиялар сығып тора.
Дорис Мэй 1919 йылдың 22 октябрендә Фарсияла (хәҙерге Иран) Керманшаһ ҡалаһында тыуа. Атаһы — офицер, әсәһе шәфҡәт туташы була. Дористың атаһы менән әсәһе госпиталдә таныша, унда капитан Альфред Тайлер (ингл. Captain Alfred Tayler) Беренсе донъя һуғышында алған яраһы арҡаһында аяғын ҡырҡтырып, дауаланып ятҡан була. 1925 йылда, Дорисҡа 6 йәш булғанда, ғаилә ул саҡтағы Англия колонияһы булған Көньяҡ Родезияға (хәҙер — Зимбабве) күсә.
Лессинг Африка төпкөлөндә үткән йылдарҙы «мәхшәр» тип атай. Әҙибәнең һүҙҙәре буйынса, бәхетһеҙ бала сағы уның яҙыша башлауына этәргес бирә, ул яҙмаларында колонизаторҙарҙың ҡара тәнле африкалылар менән мөнәсәбәттәрен, ике мәҙәниәт араһындағы упҡынды һүрәтләй. Әсәһе ерле халыҡ араһында шул заманда Бөйөк Британияның һәм уға бойондороҡло илдәрҙең хакимы булған король Эдуардса йәшәү рәүешен урынлаштырыу менән мәшғүл була[13].
Африка тәьҫораттарын Лессинг «Сихыр һатылмай» (No Witchcraft for Sale, 1951) тигән новеллаһында тасуирлай.
Дорис католик мәктәптә, шунан Солсбери (хәҙерге Хараре) ҡалаһындағы мәктәптә уҡый, әммә уны тамамламай. Артабан бер ниндәй рәсми белем алыу йортонда уҡымай. Йәшлегендә бер нисә профессия алмаштыра, шул иҫәптән ауырыу эргәһендә бағыусы, телефон операторы, журналист булып эшләй.
Дорис ике тапҡыр кейәүҙә була. Беренсе тапҡыр 1939 йылда Франк Чарльз Висдомға бара, ике балалары була: ҡыҙҙары Джин (ингл. Jean Wisdom) һәм улдары Джон (ингл. John Wisdom). 1943 йылда айырылышалар, балалары ирендә ҡала. 1945 йылда йәнә кейәүгә сыға. Дористың икенсе ире немец эмигранты Готфрид Лессинг була. Лессингтарҙың Питер (ингл. Peter Lessing) исемле улы була. Әммә 1949 йылда был никах та тарҡала. Дорис, улы Питерҙы алып, Африканан китә. Тормошоноң яңы өлөшөн ул Лондонда башлай.
1950-се һәм 1960-сы йылдарҙа Дорис Лессинг Британия коммунистар партияһы ағзаһы була (1956 йылда СССР тарафынан Венгриялағы ихтилал баҫтырылғандан һуң унан сыға) һәм ядроға ҡаршы хәрәкәт әүҙемсеһе булып китә. Апартеидты тәнҡитләгән өсөн уға КАР-ға һәм Родезияға инеү тыйыла[14].
Дорис Лессингтың ижадын шартлы өс осорға бүлергә була: коммунистик тематика (1949—1956 йылдар), был осорҙа ул киҫкен социаль темаларға яҙа; психологик тематика (1956—1969 йылдар); тағы бер осоро — суфыйсылыҡ, ул «Канопус» серияһындағы фәнни-фантастик әҫәрҙәрендә сағыла.
Лессингтың «Үлән йырлай» (ингл. The Grass is Singing) тигән тәүге романы 1949 йылда баҫыла. Төп героиня — Мэри Тёрнер тәүге биттәрҙә бәхетле йәш ҡыҙ булып кәүҙәләнә. Эше, дуҫтары, яратҡан шөғөлдәре бар, тормоштан ҡәнәғәт. Әммә бер ваҡыт таныштарының уның ни өсөн кейәүгә сыҡмауы тураһында шыш-быш һөйләшкәнен ишетеп ҡала. Кеше һүҙенә ҡарап, ир эҙләй башлай һәм бер фермерға кейәүгә сыға ла уның йортона күсеп китә. Китап кеше тормошоноң, айырыуса ҡатын-ҡыҙ тормошоноң социаль аспекттарын яҡтырта. 1952 һәм 1969 йылдар араһында «The Children of Violence» (Ихтыярһыҙлау балалары) тигән ярымавтобиографик серия баҫтыра, ул биш романдан тора: «Марта Квест» (1952), Ҡулай никах (1954), Дауылдан һуң бөҙөр (1958), Ҡоро ер менән уратылған (1966), Дүрт ҡапҡалы ҡала (1969).
1962 йылда «Алтын дәфтәр» (ингл. The Golden Notebook) тигән романы сыға, ул феминистик әҙәбиәт классикаһы тип һанала.
«Тамуҡҡа төшөү буйынса ҡулланма» (1971) — әҙибәнең фәнни фантастика жанрында яҙылған тәүге әҫәрҙәренең береһе.
1979—1983 йылдарҙа Лессинг «The Canopus in Argos: Archives Series» («Канопус Аргоста») тигән фантастик романдар серияһын ижад итә.
1985 йылда Лессинг «Изгелекле террорсы» (ингл. The Good Terrorist) тигән сатирик романын нәшер итә, ул Лондон революционерҙарына арнала. 1988 йылда сыҡҡан «Бишенсе бала» (ингл. The Fifth Child) романы ижадының һуңғы осорондағы иң күренекле әҫәр булып таныла. Роман аутизм менән сирле бала һәм уға ғаиләләге мөнәсәбәт тураһында һөйләй. «Бен кеше араһында» тигән роман "Бишенсе бала"ның дауамы була, ул 2000 йылда сыға.
Ике романын Дорис Лессинг Джейн Сомерс псевдонимы менән баҫтыра: «Һәйбәт күршенең көндәлеге» (1983) һәм «Әгәр ҡартлыҡ булдыра алһа…» (1984).
1995 йылдың июнендә Лессинг Гарвард университеты докторы дәрәжәһенә лайыҡ була. Шул уҡ йылда Көньяҡ Африкаға бара. 1999 йылдың декабрендә Дорис Лессинг Почёт кавалерҙары ордены менән бүләкләнә.
2000 йылдың ғинуарында Лондонда Милли портреттар галереяһында Дорис Лессингтың рәссам Леонард Маккомб эшләгән портретын рәсми асыу тантанаһы була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.