From Wikipedia, the free encyclopedia
Дон балыҡ ҡурсаулығы (рәсми атамаһы — Донда балыҡ тотоу бөтөнләй тыйылған урын) — Дон дельтаһында урынлашҡан һаҡланыусы тәбиғәт объекты.
Дон балыҡ ҡурсаулығы | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 68 мең га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1819 йыл |
Урынлашыуы | |
47°12′ с. ш. 39°12′ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Ростов өлкәһе |
Дон балыҡ ҡурсаулығы 1819 йылдың 20 февралендә батша сенаты ҡарары менән булдырылған. Ул осорҙа уны төҙөү мохтажлығы казактар ҡатламы мәнфәғәтенән килеп тыуа.
Ҡиммәтле кәсеп балыҡтарына ыуылдырыҡ сәсеү өсөн Елизаветинская станицаһына һәм йылға буйлап үрҙәрәк урынлашҡан башҡа казак ауылдарына тиклем үрләргә мөмкинлек биреү өсөн эшләнә.
Был дельтаның түбәнге өлөшөндә йәшәүсе ситтән килеүсе балыҡсыларҙың мәнфәғәтенә ҡаршы килә. Бынан тыш, ҡарар балыҡтар фаунаһын һаҡлау буйынса саралар билдәләй.
Донда балыҡ тотоу бөтөнләй тыйылған урын ойоштороу Аҙау диңгеҙенең балыҡ популяцияһын тергеҙеү кеүек мөһим бурыстың үтәлеүенә лә булышлыҡ итә. Дон дельтаһында балыҡтың ҡиммәтле төрҙәрен тотоусыларҙы туплау һәм уларҙы һаҡлау өсөн шарттар тыуа.
Ҡурсаулыҡтың балыҡ хужалығындағы әһәмиәтле ролен һуңғараҡ Рәсәй империяһы тикшеренеүселәре лә, шулай уҡ совет ғалимдары ла дөрөҫләнеләр, шул арҡала ҡурсаулыҡ оҙаҡ ваҡыт йәшәй.
Ҡурсаулыҡ дельтаның аҫҡы яртыһында һәм уға сиктәш Таганрог ҡултығы акваторияһында урынлашҡан.
Диңгеҙ буйлап сик Приморка ауылының көнсығыш сигенән Павел-Очаков морононоң төньяҡ өлөшөнә үтеп китә.
Ҡоро ерҙән сик, Приморка ауылынан Таганрог ҡултығының төньяҡ яр буйы буйлап, Үле Донец йылғаһының уң яры буйлап Хапры тимер юл станцияһына тиклем бара.
Артабан тура Бубнов йырынына тиклем (Дугино хуторы менән йәнәш), унан һуң Бубнов йырынының һул яры буйлап Кабачный йырыны айырылып киткән ергә тиклем дауам итә.
Унан һуң Кабачный йырынының уң яҡ яры буйлап, Оло Кутерьма йылғаһындағы тамағына килә.
Ул ерҙән сик тура Оло Кутерьма йылғаһының һул ярына күсә һәм «Казачка» тигән йылым менән балыҡ тотоу урынынан 400 метр алыҫлыҡта урынлашҡан билдәгә килә.
Оло Кутерьма йылғаһының һул яғынан унан Каланча йылғаһы айырылып киткән ергә тиклем дауам итә.
Унан һуң, тура Донск хуторының көньяҡ-көнбайыш сигенән Песчаный боғаҙының уң өлөшөнә килеп, көньяҡҡа — Песчаный боғаҙының һул яғына сыға.
Сухой Кагальник йылғаһы тамағының уң яғы — Сухой һәм Мокрый Кагальник йылғаларынан Пешковск быуаһы- -Таганрог ҡултығының көньяҡ яры буйынан Павло-Очаковск морононоң төньяҡ өлөшө һыҙаттары буйлап килеп, тамамланып ҡуя.
70-се йылдарҙа ҡурсаулыҡ яҡынса 68 мең га майҙан биләгән. Шуның диңгеҙҙәге өлөшө 40 мең гектарҙан саҡ ҡына әҙерәк, ә йырын һәм ҡултыҡтарҙың дөйөм оҙонлоғо 400 км-ға етә.
Ҡурсаулыҡтың сиктәре бер нисә тапҡыр үҙгәрә, башлыса биләмәһенең ҙурайыуы иҫәбенә.
Совет осоронда сиктәре, 1976 йылда ҡул ҡуйылған Аҙау диңгеҙе бассейнында балыҡ тотоу ҡағиҙәләре менән нығытылып ҡуйыла.
Тыйылған аралыҡта бөтөнләй балыҡ тотоу эшмәкәрлеге тыйыла[1].
Дон ҡурсаулығында көҙ һәм ҡыш осоронда һыла, ҡорман һәм башҡа кәсеп балыҡтарының ҙур популяцияһы туплана.
Яҙ улар кәрәкле шарттар тыуыу менән ыуылдырыҡ сәсеү өсөн Дон ыуылдырыҡ сәсеү урынына күсәләр.
Ҡурсаулыҡтың яр зонаһы, уның йырын һәм ҡултыҡтары һыла, ҡорман һәм һаҙандың үрсеү урыны булып тора.
Бынан тыш ҡурсаулыҡта селбәрәләр туҡлана, атап әйткәндә Дон ыуылдырыҡ сәсеү урынынан сыҡҡас тормош циклының башланғыс этабында[2].
Балыҡтар фаунаһынан тыш ҡурсаулыҡта ҡиммәтле һәм һирәк осрай торған һыу һәм һаҙлыҡ ҡоштары оя ҡоралар:өйрәктәр, ҡашҡабаш (таҙбаш), ала ҡаҙ (серый гусь), аҡҡоштар, колпица, каравайка һәм башҡа төрҙәре.
Шулай уҡ ҡурсаулыҡ территорияһында ҡыр сусҡалары һәм мышылар йәшәй[1].
33-сө Федераль законға ярашлы (№ 33-ФЗ 14.03.95), Донда балыҡ тотоу бөтөнләй тыйылған урын(ДЗРП).
Статусы буйынса айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә иҫәбенә инмәй.
Балыҡ ҡурсаулығы статусы профилле башҡарма органдарҙың (Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек Министерлығының балыҡсылыҡ буйынса Департаментының 1996 йыл 1 июль бойороғо) законлы акттары менән нығытыла.
Рәсәй Федерацияһының балыҡсылыҡ буйынса комитетының 139-сы һанлы бойороғо (01.07.94) («Аҙау диңгеҙе бассейнында балыҡ тотоу ҡағиҙәләре») һәм Украинаның Балыҡсылыҡ хужалығы Министерствоһының 177-се һанлы (19.10.95) бойороғо буйынса, ҡурсаулыҡта йыл әйләнәһенә кәсеп тыйыла[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.