Донъя валютаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Форекс баҙарында һәм халыҡ-ара финанстарҙа донъя валютаһы йәки глобаль валюта тигәндә интернациональ түләүҙәрҙең күп өлөшөн үткәрә торған һәм төп резерв валюта булып хеҙмәт иткән валюта аңлана. 2009 мартында, глобаль иҡтисади кризис һөҙөмтәһендә, Ҡытай[1] һәм Рәсәй донъя валютаһы ролен кисекмәҫтән ҡайтанан ҡарау мәсьәләһен күтәрә башланы. БМО эксперттары төркөмө әле ғәмәлдә булған АҠШ доллары системаһын Халыҡ-ара валюта фондының «SDR» системаһына, йәғни махсус үтес хоҡуғына алмаштырырға тәҡдим итте[2].
Валюталар, уларҙың кем тарафынан сығарылыуына һәм нимә менән тәьмин ителеүенә ҡарап, төрлө булырға мөмкин. Параметрҙарҙың ниндәй булыуына ҡарап, аҡса төрҙәре лә төрлө була.