From Wikipedia, the free encyclopedia
Дмитриев Вячеслав Иосифович (1902—1988) — совет ғалимы һәм ҡалаҡлы машиналар конструкторы.
Дмитриевский Вячеслав Иосифович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1902[1] |
Вафат булған көнө | 1988[1] |
Һөнәр төрө | ғалим, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны |
Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы[1] Үҙәк авиация моторҙары төҙөү институты[d][1] Профессор Н.Е. Жуковский исемендәге Үҙәк аэрогидродинамика институты[d][1] Мәскәү авиация институты[1] |
Уҡыу йорто | Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы[1] |
Ғилми исеме | профессор[d][1] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d][1] (1940) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Дмитриев Вячеслав Иосифович 1902 йылдың 30 июнендә Мәскәүҙә семье фортепьяно көйләүсе-мастер ғаиләһендә тыуған. 1925 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының профессор Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлай.
1930 йылға тиклем Үҙәк Аэрогидродинамика институтында (ЦАГИ), аҙаҡ (1988 йылға тиклем) Үҙәк авиация моторҙары төҙөү институтында (ЦИАМ) эшләй.
1930—1954 йылдарҙа бер үк ваҡытта С. Орджоникидзе исемендәге Мәскәү авиация институтында, профессор Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһында уҡыта.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Үҙәк авиация моторҙары төҙөү институты (ЦИАМ) менән бергә Өфөгә эвакуациялана. 1942—1943 йылдарҙа Өфө авиация институтының авиация двигателдәре конструкцияһы кафедраһы мөдире. 1938 йылда В. И. Дмитриевский Үҙәк авиация моторҙары төҙөү институты ғилми советының беренсе составына инә. 1940 йылда барлыҡ конструкторлыҡ һәм тикшеренеү эштәре буйынса В. И. Дмитриевскийгә диссертация яҡламайынса техник фәндәр докторы дәрәжәһе бирелә. 1941 йылда турбокомпрессорҙар эшләгәне өсөн Дәүләт премияһы бирелә. 1945 йылда ул профессор ғилми исеме ала. 1962 йылдан хаҡлы ялда, ләкин 1988 йылда вафат булғанға тиклем Үҙәк авиация моторҙары төҙөү институтында профессор-консультант сифатында эшләүен дауам итә. Вячеслав Иосифович Дмитриевский тыуған ил фәне һәм техникаһы тарихына ватан авиация двигателдәре төҙөү пионерҙарының береһе булараҡ инеп ҡала, ул поршенле һәм турбореактив авиация двигателдәре өсөн ҡалаҡлы машиналар төҙөүсе.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.