From Wikipedia, the free encyclopedia
Джордж Бе́рнард Шо́у (ингл. George Bernard Shaw; 26 июль 1856 йыл — 2 ноябрь 1950 йыл) — Ирландия драматургы һәм романисы, әҙәбиәт өлкәһендәге Нобель премияһы лауреаты һәм иң билдәле әҙәбиәт эшмәкәрҙәренең береһе[25]. Йәмәғәт эшмәкәре (социалист-фабиан, инглиз яҙмаһы инглиз яҙмаһы реформаһы яғында торған). Лондон иҡтисад һәм сәйәси фәндәр мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Инглиз театрында популярлығы буйынса (Шекспирҙан ҡала) икенсе драматург.
Тарихта әҙәбиәт өлкәһендә Нобель премияһына лайыҡ булған ике кешенең береһе (икенсеһе — Боб Дилан), (1925, «Осҡонло сатира менән берләшкән иҫ киткес шиғри матурлыҡ, идеализм һәм гуманизм менән билдәләгән ижады өсөн»), «Оскар» премияһы (1939, «Пигмалион» фильмы сценарийы өсөн). Евгениканың әүҙем пропагандисы. Күпмелер ваҡыт ул евгениканы пропагандалаған, был уның социаль-сәйәси ҡараштарына бәйле, әммә һуңғараҡ был тәғлимәтте йомшаҡ тәнҡитләүгә күскән.
Джордж Бернард Шоу 1856 йылдың 26 июлендә Дублинда иген һатыусы Джордж Шоу һәм профессиональ йырсы Люсинда Шоу ғаиләһендә тыуған. Уның ике апаһы: театр йырсыһы Люсинда Франсес һәм 21-се йәшендә туберкулёз сиренән үлгән Элинор Агнес булған.
Шоу Дублинда Уэсли-колледжда (ингл. Wesley College) һәм грамматик мәктәптә уҡыған. Урта белемде Дублинда алған. 11 йәшендә уны протестант мәктәбенә биргәндәр, һәм унда ул, үҙенең һүҙҙәре буйынса, арттағынан алдағы йәки артта ҡалған уҡыусы булған. Мәктәпте ул үҙенең белем алыуындағы иң зарарлы этабы тип атаған: «Минең дәрескә әҙерләнергә йәки дөйөм дошман һәм палач — уҡытыусыға дөрөҫөн әйтергә башыма ла килмәне».[26] Шоу мәғариф системаһын, аҡыл үҫешен генә күҙ уңында тотоп, рухи үҫешкә ынтылмауҙа ғәйепләп, күп тапҡыр тәнҡитләгән. Автор бигерәк тә мәктәптә физик язалау системаһын тәнҡитләгән.
15 йәшендә үк клерк булған. Уны университетта уҡытыу өсөн ғаиләһенең аҡса булмаһа ла, бабаһының бәйләнештәре уны күсемһеҙ милек һатыу буйынса бик билдәле Таунзэнд агентлығына эшкә урынлашырға ярҙам иткән. Шоуҙың дублин харабаларында йәшәүселәрҙән фатир хаҡы йыйыу вазифаһын башҡарған, был йылдарҙың моңһоу тәьҫире уның «Тол йорттары» әҫәрендә кәүҙәләнеш тапҡан. Ул, был эштең бер төрлөлөгө ялҡытһа ла, күрәһең, һәләтле генә клерк булғандыр. Ул иҫәп китаптарын бөхтә итеп алып барырға, шулай уҡ аңлайышлы почерк менән яҙырға өйрәнгән. Шоу почергы менән яҙылған (хатта ҡартайғас та) бар яҙмаларҙы ла уҡыуы еңел һәм рәхәт булған. Аҙаҡ, Шоу файҙа профессиональ яҙыусы булып киткәс, был һәләте уға файҙа килтергән: набор йыйыусыларға уның ҡулъяҙмаларын йыйыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған[26]. Шоуға 16 йәш тулғас, уның әсәһе, һөйәре һәм ҡыҙҙары менән йортонан ҡасып китәләр. Бернард атаһы менән Дублида ҡалырға ҡарар итә. Ул белем ала һәм күсемһеҙ милек контораһында хеҙмәткәр булып эш башлай. Был эш уға оҡшамаһа ла, ул унда бер нисә йыл шөғөлләнә. 1876 йылда Шоу Лондонға әсәһе янына киткән. Ғаилә уны бик йылы ҡаршылай. Был осорҙа ул китапханалар һәм музейҙарға йөрөй. Китапханаларҙа ныҡ шөғөлләнә башлап, үҙенең тәүге әҫәрҙәрен тыуҙырған, һуңғараҡ музыкаға бағышланған гәзит колонкаһын алып барған. Әммә уның иртә романдары 1885 йылға саҡлы уңышҡа өлгәшмәгән, был ваҡытта ул ижади тәнҡитсе булараҡ билдәле булған.
1890-сы йылдарҙың беренсе яртыһында «London World» журналында тәнҡитсе булып эшләгән, аҙаҡ уны Роберт Хиченс алмаштырған.
Был дәүерҙә социал-демократик идеялар менән мауыҡҡан һәм социализмды тыныс саралар менән урынлаштырыу маҡсатын ҡуйған Фабиан йәмғиәтенә ингән. Был йәмғиәттә ул үҙенең буласаҡ ҡатынын, Шарлотта Пейн-Таунсхендты осратҡан, улар 1898 йылда өйләнешәләр. Бернард Шоуҙың ситтә мөхәббәт бәйләнештәре булған.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында драматург үҙенең өйөндә йәшәгән һәм 94 йәшендә бөйөр сиренән вафат булған. Уның мәйете яндырылған , уның һәм ҡатынының көлө бергә күккә осоролған .
Бернард Шоуҙың беренсе пьесаһы 1892 йылда ҡуйылған. Ун йыллыҡтың һуңында ул инде билдәле драматург булып танылған. Ул 63 пьеса, шулай уҡ романдар, тәнҡит әҫәрҙәре, эссе һәм 250 меңдән артыҡ хат яҙған.
Шоу карьераһы башында, 1879 йыл менән 1883 йылдар араһында, биш уңышһыҙ роман яҙған. Һуңғараҡ улар барыһы ла баҫылған.
Шоуҙың 1882 йылда яҙылған «Кашель Байрондың профессияһы» романы 1886 йылда тәүге тапҡыр баҫылған. Романдың төп геройы — әсәһе менән Австралияға күсеп килеп, аҡса өсөн һуғыштарҙа ҡатнашыусы үҙ һүҙле уҡыусы малай. Ул Англияға боксёр матчына ҡайта. Бында ул аҡыллы һәм бай ҡатын Лидия Карьюға ғашиҡ була. Хайуани магнетизм менән йәлеп ителгән был ҡатын, ижтимағи кимәлдәре төрлө булһа ла, кейәүгә сығырға риза була. Һуңғараҡ төп геройҙың затлы нәҫелдән һәм ҙур милек вариҫы икәне билдәле була. Шулай итеп, ул Парламент депутаты булып китә һәм был ғаилә ғәҙәттәге буржуаз ғаиләгә әйләнә.
«Социаль булмаған социалист» романы 1887 йылда баҫыла. Башта ҡыҙҙар мәктәбе тасуирлана, әммә һуңынан ысынында ҡатынынан үҙенең хәлен йәшереүсе ярлы иргә йүнәлтелә. Шулай уҡ ул социализмды алға һөрөүҙең әүҙем көрәшсеһе. Был мәлдән бөтә роман социалистик темаларға иғтибарын туплай.
«Love Among the Artists» романы 1881 йылда яҙылған, 1900 йылда Ҡушма Штаттарҙа һәм 1914 йылда Англияла баҫылған. Был романда Шоу викториан йәмғиәте миҫалында сәнғәткә, хыялый мөхәббәткә һәм никахҡа үҙенең ҡараштарын күрһәтә.
«The Irrational Knot» — роман, 1880 йылда яҙылған һәм 1905 йылда баҫылған. Был романда автор нәҫел статусын хөкөм итә һәм эшселәрҙең фиҙаҡәрлеген раҫлай. Затлы нәҫелдән сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ һәм электр моторын уйлап сығарыу арҡаһында байыҡҡан ир миҫалында никах институтын ҙур һорау алдында ҡуя. Ғаилә ағзаларының дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙар табырға һәләте етмәү арҡаһында никах тарҡала тигән һығымта эшләнә был әҫәрҙе уҡығандан һуң.
Шоуҙың 1879 йылда яҙылған «Immaturity» тип аталған беренсе романы уның һуңғы баҫылған романы булған. Был әҫәрҙә яҙыусы Лондондың энергичный йәш кешеһе Роберт Смиттың тормошон һәм карьераһын тасуирлай. Алкоголизмды ғәйепләү — был китаптағы авторҙың ғаилә иҫтәлектәренә нигеҙләнгән тәүге йүнәлтмә була.
Шоу инглиз йәмғиәтенең мул тормошта йәшәгән даирәләренә хас булған тәҡәллефле пуритан әхлағы менән бөтөнләй өҙә. Ул һәр нәмәне үҙ исеме менән атай, теләһә ниндәй томош күренешен күрһәтеү мөмкин тип иҫәпләй һәм билдәле дәрәжәлә натурализм тарафдары була.
Шоу «Тол йорто» тигән беренсе пьесаһы өҫтөндә 1885 йылдан башлап эшләй. Күпмелер ваҡыт үтеүгә автор ул әҫәр өҫтөндә эшләүҙән баш тарта һәм фәҡәт 1892 йылда ғына тамамлай. Пьеса 1892 йылдың 9 декабрендә Лондон Король Театрында ҡуйылған. Был пьесала Шоу лондон пролетарийҙары тормошонан үҙенең реализмы менән һоҡландырған картиналар биргән. Пьеса йәш егеттең атаһы ярлыларға харабаларҙан ҡортомға фатир биргән һәм тегеләре уға һуңғы тинен биргән ҡыҙға өйләнергә йыйынғанын һүрәтләүҙән башлана. Йәш кейәү фәҡирҙәрҙең тамуҡтағы кеүек хеҙмәте менән бәйле никахтан һәм бирнәнән баш тартырға уйлай, әммә һуңынан үҙенең дә килемдәре ярлылар хеҙмәтенә нигеҙләнгәнен аңлай. Шоу бик йыш инглиз тормошоноң зәғиф һәм әшәке яҡтарынан, бигерәк тә — буржуазия даирәләренең («John Bull’s Other Island», «Arms and the Man», «How He Lied to Her Husband» һ. б.) көнкүрешенән рәхимһеҙ рәүештә көлөүсе сатирик ролендә сығыш яһай.
«Миссис Уоррендың профессияһы» (1893) пьесаһында йәш ҡыҙ, уның әсәһе фәхишә йорттарынан килемдәр алғанын белә һәм намыҫлы эш хаҡы эшләп табыу өсөн йортонан китә.
Бернард Шоуҙың пьесаларына, Уайльд пьесалары кеүек, викториан эпохаһы драматургтарының ғына айырым һыҙаты булған үткер юмор хас. Яңы темалар тәҡдим итеп һәм халыҡты әхлаҡи, сәйәси һәи иҡтисади мәсьәләләрҙе уйлауға саҡырып Шоу театрҙы реформалаштыра башлаған. Был тәңгәлдә ул социаль поблемаларҙы хәл иткәндә, Генрик Ибсендың реалистик драмаһын файҙаланған.
Шоуҙың тәжрибәһе һәм популярлығы үҫкәнлектән, уның пьесалары ул яҡлаған реформаларға иғтибарҙы аҙ туплаһа ла, уларҙың мауыҡтырғыс роле кәмемәгән. «Цезарь һәм Клеопатра» (1898), «Кеше һәм әййәр кеше» (1903), «Майор Барбара» (1905) һәм «Табип икенең бере алдында» (1906) кеүек әҫәрҙәре 50 йәше тулған авторҙың өлгөргән ҡараштарын күрһәтә.
1910-сы йылдарға тиклем Шоу тулыһынса формалашҡан драматург булған. «Фанниҙың беренсе пьесаһы» (1911) һәм «Пигмалион» (1912) кеүек яңы әҫәрҙәре лондон публикаһына билдәле булған.
Скульптор алларҙың һынташты йәнләндереүен үтенгән боронғо грек мифы сюжетына нигеҙләнгән иң популяр «Пигмалион» пьесаһында Пигмалион фонетика профессоры Хиггинс күренешендә һынландырылған. Уның Галатеяһы — урамда сәскә һатыусы ҡыҙ Элиза Дулитл. Профессор кокниса һөйләшкән ҡыҙҙың телен төҙәтергә маташа. Шулай итеп, ҡыҙ нәзәкәтле ҡатынға оҡшай башлай. Бының менән Шоу кешеләр фәҡәт тышҡы яҡтан ғына айырыла тип әйтергә тырыша.
Үҙе бер нисек тә хупламаған Беренсе донъя һуғышынан һуң Шоуҙың ҡараштары үҙгәрә. Уның һуғыштан һуң яҙған беренсе әҫәре — «Йөрәктәр селпәрәмә килгән йорт» (1919). Был пьесала яңы Шоу барлыҡҡа килгән — юмор элеккесә ҡалған, әммә уның гуманизмға ышанысы ҡаҡшаған.
Элек Шоу социализмға яйлап күсеүҙе хуплаған, әммә хәҙер ул хөкүмәт башында көслө кеше булырға тейеш тигән ҡарашта була. Уның өсөн диктаторлыҡ -бәхәсһеҙ. Ғүмеренең һуңғы көндәренә уның өмөттәре үлгән. Шулай, «Буянт миллиардтары» (Buoyant Billions, 1946-48) пьесаһында, үҙенең һуңғы пьесаһында, ул һуҡыр рәүештә сығыш яһаған һәм хаким итеп Адольф Гитлер кеүек кешене һайлап ҡуйған халыҡҡа ышанырға ярамай тигән.
1921 йылда Шоу биш пьесанан торған «Ҡабат Мафусаилға» пенталогияһы өҫтөндә эште тамамлай. Унда хәрәкәт Эдем баҡсаһында башлана һәм мең йылдан һуңһы киләсәктә тамамлана. Был пьесаларҙа уҡталыу һәм хаталар ярҙамында тормош камиллаша тигән раҫлау бар. Шоу үҙе был пьесаларҙы шедевр тип һанаған, әммә тәнҡитселәр башҡаса фекерҙә булған.
"Мафусаил"дан һуң иң яҡшы әҫәр тип һаналған «Изге Иоанна» (1923) пьесаһын яҙған. Жанна Д’Арк тураһында әҫәр яҙыу һәм уны канонлаштырыу идеяһы 1920 йылда барлыҡҡа килгән. Пьеса донъяла танылыу алған һәм авторҙы Нобель премияһына яҡынайтҡан (1925 йыл).
«Женева» пьесаһында (1938) автор кешеләр үҙидаралыҡта кәрәк буласаҡ аҡыллылыҡты үҫтереүҙә ҡулланыу маҡсатында ғүмерҙе оҙонайтыу технологияһын үҫтерергә тейеш тигән фекерҙе раҫлаған.
Шоуҙың, ҡайһы берҙә мелодрама өлкәһе менән («Кандида» һ. б.) сиктәш булған, психологик жанрҙағы пьесалары бар.
Автор ғүмеренең ахырына тиклем пьесалар ижад иткән, уның иртә әҫәрҙәре кеүек, ҡайһы берҙәре генә уңышлы булған. Был осорҙа «Алмалы арба» (1929) пьесаһы ғына киң билдәлелек ала. «Әсе, әммә хәҡиҡәт», «Һайға ултырыу» (1933), «Миллионерша» (1935) һәм «Женева» (1935) кеүек һуңғы осор әҫәрҙәре халыҡ араһында танылыу тапмаған.
1931 йылдың 21 июленән 31 июленә тиклем Бернард Шоу СССР-ға килә, 29 июлдә Иосиф Виссарионович Сталин менән шәхсән осраша. Баш ҡаланан тыш, Шоу төпкөлгә лә — өлгөлө тип һаналған Тамбов өлкәһенең Ленин исемендәге коммунаһына барған[27]. Возвращаясь из Советского Союза, Шоу говорил[28]:
«Мин өмөт дәүләтенән беҙҙең көнбайыш илдәренә — өмөтһөҙлөк илдәренә ҡайтам… Миңә, ҡәбергә аяҡ баҫҡан ҡарт кешегә, донъя цивилизацияһы ҡотҡарылыр тип уйлау тәрән йыуаныс килтерә… Бында, Рәсәйҙә, мин, кешелекте хәҙерге көрсөктән сығарырға һәм уны тулы анархиянан һәм һәләкәттән ҡотҡарырға яңы коммунистик система һәләтле булыуына ышандым».
Тыуған иленә ҡайтҡанында Берлинда биргән интервьюһында Шоу Сталинды сәйәсмән булараҡ юғары баһалай[28]:
«Сталин — бик яғымлы кеше һәм эшсе синыфтың ысын етәксеһе… Сталин — гигант, ә бөтә көнбайыш эшмәкәрҙәре — иргәйелдәр».
Үҙенең Лондонда 1931 йылдың 6 сентябрендәге сәфәре тураһында һөйләгән докладында драматург былай тигән[28]:
«Рәсәйҙә парламент йә шуға оҡшаш сафсата юҡ. Рустар беҙҙең кеүек алйот түгел; улар беҙгә оҡшаған алйоттар булыу мөмкинлеген хатта күҙ алдына ла килтерә алмайҙар. Билдәле, совет Рәсәйенең дәүләт кешеләре беҙҙең эшмәкәрҙәрҙән ҙур әхлаҡи өҫтөнлөккә генә түгел, ә аҡыл өҫтөнлөгөнә лә эйә».
Бернард Шоу сталинизмды һәм СССР-ҙы хуплаған. Шулай, үҙенең «На мели» (1933) пьесаһының инешендә ул ОГПУ-ның халыҡ дошмандарын репрессиялау сәйәсәтенә теоретик нигеҙ һала. Manchester Guardian гәзите редакцияһына асыҡ хатында Бернард Шоу матбуғатта донъя күргән СССР-ҙағы аслыҡ (1932—1933) тураһындағы мәғлүмәтте алдаҡ һүҙ тип атаған[29]. Шулай уҡ Labour Monthly гәзитенә хатында Бернард Шоу асыҡтан-асыҡ Сталин һәм ғалим-генетиктарға ҡаршы сығыш яһаған Лысенковщина кампанияһын (ялған ғалим Трофим Денисович Лысенко) яҡлап сығыш яһай [30].
Әммә 1933 йылдың 11 апрелендә СССР-ҙа булғандан һуң, Шоу [31] СССР-ҙы яҡлауының һәм АҠШ сәйәсмәндәрен дә быға ҡушылырға өндәүенең сәбәптәрен аңлатып, Метрополитен-операла телмәр тотҡан (телмәр радионан тапшырылған)[32]:
Минең йәшлек йылдарында беҙ бөтәбеҙ ҙә Рәсәйҙән бик ныҡ ҡурҡа инек. Беҙ Бөйөк Пётр васыяты тураһында һөйләй инек. Редьярд Киплинг, Һиндостанға үҙенең тырнаҡтарын батырырға һәм һуңынан бөтә Азияны баҫып алырға һәм ахырҙа бөтә донъяла өҫтөнлөккә ынтылған ҙур Аҡ Айыуҙы фашлап, үҙенә атҡаҙанған патриотик шағир абруйын яуланы.
Рәсәйҙе тәнҡитләп, Рәсәй тураһында ялғанды америка гәзиттәрендә яҙған һәм рус коммунизмы банкротлашҡан, халыҡ аслыҡтан интегә тигән алйот тар фекерле джентльмендарҙан мин һорайым: улар нимә эшләгәндәрен аңлайҙармы? Улар батшалыҡ кире ҡайтҡанын теләйҙәрме? Улар беҙҙең капиталистар менән беҙҙең баҙар өсөн көнәркәшлек итәсәк рәсәй капиталистик режимын тергеҙергә теләйҙәрме? Ысынлап та улар Аҡ Айыуҙы коммунистик ҡәберенән ҡаҙып сығарырға һәм уны бөтә ҡурҡыныс тырнаҡтары менән терелтергә теләйҙәрме әллә?
Әгәр уңышҡа өлгәшһәләр, бының һөҙөмтәһе нисек булыр? Күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ, һеҙ мистер Сталинды, монархик Союздаштары 1815 йылда Наполеон I-гә һөжүм иткән кеүек, алып ырғытаһығыҙ, Сталинды династик Бөйөк кенәз һәм иҫке модалы финансистар һәм яңы сауҙа баҙары өсөн һуғышыусы заман капиталистары менән эшләгән иҫке модалы дипломаттар хөкүмәте менән алмаштыраһығыҙ икән ти. Артабан нимәэшләрһегеҙ? Һеҙ үҙегеҙҙең флотығыҙҙы дүрт тапҡырға арттырырға тейеш булаһығыҙ. Һеҙ һауа көстәрен унлата арттырасаҡһығыҙ. Һеҙ Аҡ Айыуҙан ҡурҡып йоҡлай алмаясаҡһығыҙ.
Бәхеткә ҡаршы, Алла ҡөҙрәте, ихтирам менән Америкаға әйләнеп ҡарап, Рәсәйҙе коммунистик дәүләт яһаған; һәм ул шул хәлдә булғанда, һеҙгә ҡурҡаһы түгел. Ҡытайҙа нимә булыу хафаһы ғына һеҙҙе берҙән-бер тынғыһыҙлаусы булыр. Һәм мин, Ҡытай тарҡау эштәрен йәйелдереп, үҙенең бөтә территорияһында коммунизм үҙәген үҫтереп, Ҡытай ҙа, Рәсәй ҙә коммунистик дәүләт булырына ихлас ышанам. Шул саҡта һәр американлы үҙенең йөҙөм һәм инжир ағастары аҫтында ултырасаҡ һәм бер ни ҙә уларҙы борсомаясаҡ. Капиталистик Япония менән генә түгел, ә капиталистик Рәсәй һәм капиталистик Ҡытай менән көнәркәшлек иткән Америка Ҡушма Штаттары тураһында уйлағыҙ! Һеҙ ҡурҡып ҡалтыранырһығыҙ.
Күренекле британлы Уинстон Черчиллдең Фултон телмәре тәьҫир иткән кеүек, ул саҡта бик танылған британлы Шоуҙың да АҠШ сәйәсәте өсөн эҙемтәле булған: 1933 йылдың ноябрендә АҠШ СССР-ҙы таныған[33].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.