Джозеф Стиглиц
From Wikipedia, the free encyclopedia
Джозеф Юджин Стиглиц (ингл. Joseph Stiglitz; 9 февраль 1943 йыл) — Америка Ҡушма Штаттары иҡтисадсыһы. «Симметриялы булмаған мәғлүмәтле баҙарҙарҙы анализлаған өсөн» иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты (2001, Джордж Акерлоф һәм Майкл Спенс менән берлектә)[1]. Амхерст-колледжда һәм Массачусетс технология институтында уҡый, доктор дәрәжәһе ала. Колумбия университеты профессоры. Рәсәй Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (22.05.2003), Рәсәйҙең «МИР: Модернизация. Инновации. Развитие» журналының ғилми мөхәрририәт советы ағзаһы[2].
Джозеф Юджин Стиглиц | |
Joseph Stiglitz | |
Тыуған көнө |
9 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (81 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Гэри, Индиана, АҠШ |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Колумбия университеты |
Альма-матер |
Амхерст-колледж |
Награда һәм премиялары |
Джон Бейтс Кларк миҙалы (1979) |
Дж. Б. Кларк миҙалы менән бүләкләнгән (1979). Ректенвальд премияһы лауреаты (1998). АҠШ президенты ҡарамағындағы Иҡтисади консультанттар советы рәйесе (1995—1997). Бөтә донъя банкының шеф-иҡтисадсыһы (1997—2000).
Джозеф Стиглиц сикләнмәгән баҙарҙы, монетаризмды һәм неоклассик политэкономия мәктәбен, шулай уҡ глобалләшеүҙе неолибераль аңлауҙы, Донъя валюта фондының үҫештәге илдәргә ҡарата мөнәсәбәтен һәм Рәсәйҙәге либераль реформаларҙы ҡаты тәнҡитләй.