Дауытов Нур Әсғәт улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дауытов Нур Әсғәт улы (5 ғинуар 1956 йыл) — композитор, йәмәғәтсе. 1982 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль етәксеһе, 1987 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, бер үк ваҡытта 2000–2006 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, 2006 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2009 йылдан Башҡортостандың Музыкаль йәмғиәт идараһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының (1993) һәм Рәсәй Федерацияһының (2007) атҡаҙанған сәнғәт әшмәкәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990), Фәтих Кәрим исемендәге (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2014) лауреаты[1].
Википедияла Дауытов фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...
Дауытов Нур Әсғәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 5 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (68 йәш) |
Тыуған урыны | Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | композитор |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ябырға