Дастан
Әҙәби һәм фольклор ижады жанры / From Wikipedia, the free encyclopedia
Дастан (фарс. داستان дастан — «хикәйә»[1][2]) — Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көньяҡ-Көнсығыш Азия фольклорында һәм әҙәбиәтендә эпик әҫәр. Ғәҙәттә дастандар героик мифтарҙың, легендалар һәм әкиәттәрҙең фольклор йә әҙәби эшкәртмәһе булып тора.
Дастан фантастик һәм авантюралы хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлай, уның сюжеты ярайһы уҡ ҡатмарлы була, ваҡиғалар — шаштырыбыраҡ, геройҙар идеаллаштырыбыраҡ бирелә.
Көнбайыш әҙәбиәт ғилемендә "дастан" термины ғәҙәттә ҡулланылмай.