Дар-әс-Сәләм
Танзанияның иң ҙур ҡалаһы. From Wikipedia, the free encyclopedia
Танзанияның иң ҙур ҡалаһы. From Wikipedia, the free encyclopedia
Дар-әс-Сәләм (суахили һәм ингл. Dar es Salaam; ғәр. دار السلام, Dār as-Salām — «буйһонған, тыныс өлкә», «буйһонған, тынысланғандарҙың торлағы») — Танзанияның иң ҙур ҡалаһы. Илдең иң бай ҡалаһы һәм мөһим иҡтисади үҙәк. Дар-әс-Сәләм төбәгенең административ үҙәге.
Дар-әс-Сәләм | |
Нигеҙләү датаһы | 1862 |
---|---|
Этнохороним | Salamite[1] |
Дәүләт | Танзания[2] |
Административ үҙәге | Танзания, Танганьика[d], Танганьика Республикаһы[d], Дар-әс-Сәләм[d] һәм Герман Көнсығыш Африкаһы[d] |
Административ-территориаль берәмек | Дар-әс-Сәләм[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 4 715 000 кеше (2016)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 12 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Гамбург |
Майҙан | 1393 км² |
Почта индексы | 10000–19999[4] |
Дар-әс-Сәләм Викимилектә |
2016 йылға ҡарата ҡала халҡының иҫәбе — 4 715 000 кеше.
Ҡала Африканың көнсығыш яры буйында, Һинд океаны буйында урынлашҡан. Танзанияның иң ҙур порты һәм Африканың көнсығыш яры буйында иң ҙур порттарҙың береһе булып тора. Дар-әс-Сәләм дәүләттең баш ҡалаһы була, ә 1993 йылда был статус Додомаға рәсми рәүештә бирелеүенә ҡарамаҫтан, ул элеккесә хөкүмәттең урынлашыу урыны булып тора[5].
XIX быуатта Һинд океаны яры буйында Мзизима балыҡсылар ауылы булған, уның эргәһенән диңгеҙ юлы үткән[6][7]. 1859 йылда Гамбургтан Альберт Рошер Мзимаға («Сәләмәт ҡала», Дар-әс-Сәләмдең элекке исеме) килгән тәүге европалы була.
1862 йылда Занзибар солтаны Мәжит ибн Сәйет диңгеҙ буйында ҡала төҙөргә була. Әммә һарай төҙөлөшөн башлаһа ла, бина төҙөлөп бөтмәй ҡала[8].
1865 йәки 1866 йылда Мзима ауылы янында Мәжит ибн Сәйет ҡаланы төҙөй башлай[7] һәм уны Дар-әс-Сәләм тип атай. Исеме bandar фарсы/ғәрәп һүҙенән — «тыныслыҡ гаване» йәки «тыныслыҡ йорто» тип тәржемә ителгән, йәки ғәрәп телендәге dar — «йорт» һәм es salaam — «тыныслыҡ» тип аңлатыла[7][9]. 1871 йылда Мәжит ибн Сәйет вафат була һәм проектты тормошҡа ашырыу туҡтатыла[8].
Ҡаланы мөһим диңгеҙ портына әүерелдереү маҡсатында, 1876 йылда Уильям МакКиннон Дар-әс-Сәләмдән Виктория күленә тиклем тимер юлын төҙөй башлай[8]. Әммә проект тулыһынса уңышһыҙлыҡҡа осрай.
1887 йылда Германия Көнсығыш Африка компанияһына нигеҙ һалыусы Карл Петерс пляжды баҫып ала (шул уҡ йылда компания ҡалала үҙенең офисын аса)[8]. Бынан һуң ғәрәптәр менән бәрелеш башлана, һәм 1889 йылға ҡарай немецтар уларҙың торамаһын тулыһынса яулап алған[8]. 1891 йылда ҡала Герман Көнсығыш- Африка колонияһының административ үҙәгенә әүерелә[8]. 1902 йылда портта йөҙөп йөрөүсе док төҙөлә[8]. 1907 йылда ҡала Үҙәк тимер юлының башланғыс нөктәһе була[5]. 1916 йылда ҡаланы инглиздәр баҫып ала[10].
Икенсе донъя һуғышынан һуң ҡала йылдам үҫешә башлай. 1961 йылдың декабрендә Танганьика бойондороҡһоҙлоҡҡа эйә була, Дар-әс-Сәләм уның баш ҡалаһы тип иғлан ителә.
1964 йылда Танганьика менән Занзибар Танзания дәүләтен булдырғандан һуң да Дар-әс-Сәләм илдең баш ҡалаһы функцияларын үтәүҙе дауам итә. 1973 йылда баш ҡаланы Танзанияның үҙәк өлөшөндә урынлашҡан Додомаға күсерергә тәҡдим ителә, ләкин күсереү һаман да тамамланмаған.
1970 йылда Дар-әс-Сәләмдә юридик, гуманитар, социаль фәндәр, медицина, ауыл хужалығы һәм башҡа факультеттары менән Танзанияның Милли университеты асыла. Университет ҡаласығы булдырылған. Белгестәрҙе шулай уҡ ҡайһы бер колледждарҙа әҙерләйҙәр[11].
1996 йылда Танзанияның милли ассамблеяһы йортҡа Додомаға күсә, әммә хөкүмәт учреждениеларының күпселеге әлегә тиклем Дар-әс-Сәләмдә урынлашҡан[12]. 1998 йылда ҡалалғы Америка Ҡушма Штаттары илселеге бинаһы террористар һөжүменә дусар ителә. Һөҙөмтәлә 10 кеше (башҡа версия буйынса — 11) үлтерелә, башҡалары яралана[5].
Ҡаланың төп халҡы — зарамо. Йылына 4,39 % Халыҡтың үҫеш тиҙлеге менән, ҡала донъяла иң тиҙ үҫешкәндәрҙең береһе һәм Африкала үҫеш тиҙлеге буйынса өсөнсө булды (Бамако һәм Лагостан һуң).
Климаты субэкваториаль. Йыл дауамында ике ҡоро һәм ике дымлы миҙгел булыуы ҡыҙыҡлы үҙенсәлек булып тора. Төп дымлы миҙгел марттан майға тиклем дауам итә. Артабан июндән октябрь аҙағына тиклем оҙайлы ҡоро миҙгел башлана, уның барышында яуым-төшөм сағыштырмаса һирәк яуа.
Унан һуң ноябрь һәм декабрь айҙарында икенсе дымлы миҙгел башлана. Бында ямғыр йышлығы төп дымлы миҙгелгә ҡарағанда кәмерәк. Шунан һуң ғинуарҙа һәм февралдә ҡоро миҙгел дауам итә. Әммә уның барышында ла аҙыраҡ булһа ла яуым-төшөмдәр күҙәтелә.
Һауа температураһының тирбәлеүе шулай ҙа бар — июлдең (иң һыуыҡ ай) уртаса температураһы февралгә (иң йылы ай) ҡарағанда 5 градусҡа һалҡыныраҡ. Иң юғары температура шулай уҡ февраль һәм март айҙарында теркәлә, әммә һауа температураһы бер ҡасан да 39 градустан юғары күтәрелмәнегән һәм 11 градустан түбән төшмәгән.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 35,8 | 38,1 | 39,2 | 35,7 | 35,6 | 36,8 | 35,0 | 34,4 | 33,3 | 35,0 | 35,0 | 35,0 | 39,2 |
Уртаса максимум, °C | 31,3 | 32,2 | 31,3 | 30,1 | 29,4 | 28,6 | 28,4 | 28,8 | 30,0 | 30,5 | 30,9 | 31,1 | 30,2 |
Уртаса температура, °C | 27,8 | 28,0 | 27,3 | 26,1 | 25,3 | 24,0 | 23,3 | 23,6 | 24,4 | 25,5 | 26,6 | 27,4 | 25,8 |
Уртаса минимум, °C | 24,8 | 24,3 | 23,9 | 23,0 | 21,9 | 20,1 | 19,0 | 19,0 | 19,2 | 20,9 | 22,4 | 24,0 | 21,9 |
Абсолют минимум, °C | 16,8 | 16,7 | 17,0 | 16,8 | 15,5 | 14,0 | 12,4 | 10,8 | 12,0 | 15,0 | 15,6 | 16,0 | 10,8 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 57 | 57 | 150 | 217 | 175 | 34 | 21 | 28 | 19 | 69 | 100 | 113 | 1038 |
Һыу температураһы, °C | 26 | 26 | 26 | 26 | 25 | 25 | 25 | 24 | 24 | 24 | 25 | 25 | 25 |
Сығанаҡ: Погода и Климат, Туристический портал |
Биналарҙың күпселек өлөшө колониаль үткән дәүерҙе сағылдыра. Улар төрлө архитектура стилдәрендә, шул иҫәптән суахили, инглиз, немец һәм Азия стилдәрендә төҙөлгән. Биналарҙы яңыртыу һәм киңәйтеү һөҙөмтәһендә улар күп ҡатлыға әйләнде һәм заманса ҡиәфәт алды, шул иҫәптән дауахана комплексы, техник институт һәм юғары суд бинаһы.
Белем биреү учреждениеларынан 1961 йылда төҙөлгән Дар-әс-Сәләм университеты, бер нисә китапхана, ғилми-тикшеренеү институттары һәм милли музей урынлашҡан.
Benjamin William Mkapa Pension Tower бинаһы тағы 21 бина менән бер рәттән ул ҡала һәм илдең иң бейек йорттарының береһе булып тора[17].
Ҡаланың ситендә урынлашҡан ябыҡ порт аша ауыл хужалығы продукцияһы һәм файҙалы ҡаҙылмалар экспортлана; порт континент эсендәге илдәрҙе — Уганда, Руанда, Бурунди, Конго Демократик Республикаһын, Замбия һәм Малавиҙы хеҙмәтләндерә. Шулай уҡ Конго йылғаһында йөк күсереү пункты булып тора, уның суднолар йөрөй торған өлөшөнә — Луалабаға — тимер юл буйлап барып етергә мөмкин.
Танганьика күленән көнбайышында урынлашҡан Кигоманан Виктория күленең төньяҡ-көнбайыш яр буйында урынлашҡан Мванзаға тиклемге тимер юлының һуңғы станцияһы булып тора; ҡала порты Танзам тимер юлы (1975 йылдан алып эшләй) аша Замбия менән бәйләнеш булдырылған. Дар-әс-Сәләм халыҡ-ара аэропорты эске һәм халыҡ-ара рейстар яһай.
Гавань хозурлығы, матур пляждар һәм сәскә атҡан төнгө тормош ярҙамында ҡала туристар өсөн популяр ял урынына әүерелде. Бында һабын, буяуҙар, тәмәке, аҙыҡ-түлек продукттары, металдан, быяланан һәм ағастан эшләнгән изделиелар, туҡыма, аяҡ кейемдәре етештерелә.
Дар-әс-Сәләмдә Air Tanzania милли авиакомпанияһының штаб-фатиры урынлашҡан[18].
Ҡалала бер нисә университет, шул иҫәптән Дар-әс-Сәләм университеты, Ардхи университеты һәм башҡалар эшләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.