From Wikipedia, the free encyclopedia
Густав Малер (нем. Gustav Mahler, 7 июль 1860 йыл, Калиште, Богемия, Австро-Венгрия[1] — 18 май 1911 йыл, Вена) — Австрия композиторы һәм дирижёры. XIX—XX быуат башының танылған композитор-симфонисы һәм дирижёрҙарҙың береһе.
Густав Малер Gustav Mahler | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тулы исеме |
нем. Gustav Mahler |
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Калиште, Богемия, Австро-Венгрия |
Үлгән | |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
композитор , дирижёр |
Әүҙем йылдары |
1880 – 1911 |
Коллективтар |
Венская опера |
Автограф | |
mahler2007.narod.ru | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Малерҙың әҫәрҙәре бик күп түгел, улар йырҙар һәм симфонияларҙан тора. Үҙе үлгәндән һуң ғына танылыу ала.
Композиторҙың ижади мираҫын өйрәнеү өсөн 1955 йылда Халыҡ-ара Густав Малер йәмғиәте төҙөлә[2] .
Густав Малер Богемиялағы Калиште (хәҙерге Край Высочина, Чехия) ауылында урта хәлле йәһүд ғаиләһендә тыуған[3]. Атаһы Бернхард Малер (1827—1889) (сығышы менән Липница-над-Сазавонан) трактир тотҡан, ваҡ сауҙа менән шөғөлләнгән, атаһы яғынан олатаһы ла трактирщик булған [4]. Әсәһе Мария Германн (1837,Ледеч-над-Сазавоу —1888)- һабын эшләүсе ваҡ фабрикант ҡыҙы[4]. Натали Бауэр-Лехнер әйтеүенсә, Малерҙар бер-береһенә бөтөнләй тап килмәй: «Ул (ире) — тиҫкәрелек, ҡатыны — тыйнаҡлылыҡ»[5]. Уларҙың 14 балаһының (Густав икенсе булған) һигеҙе үлгән[4].
Ғаилә музыка менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай, ләкин Густав тыуғандан һуң ғаилә Йиглаваға күсенә. Был Моравия ҡалаһында XIX быуаттың икенсе яртыһында башлыса немецтар йәшәй. Бында драма театрында ҡайһы ваҡыт опера спектаклдәре ҡуйыла, йәрминкәләр ойошторола һәм хәрби тынлы оркестр уйнай[6][7]. Дүрт йәшлек Густав Малер халыҡ йырҙарын, марштарҙы ауыҙ гармоникаһында уйнай башлай. Был жанрҙар композитор ижадында киләсәктә мөһим урын аласаҡ[6][8].
6 йәштән Малерҙы фортепианола уйнарға өйрәтә башлайҙар, 10 йәштә, 1870 йылдың көҙөндә Йиглавала ул тәүге тапҡыр концертта ҡатнаша, был ваҡытта ул композитор булараҡ беренсе әҫәрҙәрен яҙа[4]. 1874 йылда 13-сө йәш менән барғанҡустыһы Эрнст үлгәс, Малер дуҫы Йозеф Штайнер менән ҡустыһы иҫтәлегенә «Герцог Эрнст Швабский» тигән опера яҙа башлай (нем. Herzog Ernst von Schwaben), ләкин операның либреттоһы ла, ноталары ла һаҡланмаған [9][10].
Гимназияла Малер музыка һәм әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, ләкин башҡа фәндәрҙән уртаса уҡый. Прага гимназияһына күсеү ҙә ярҙам итмәй, уның уҡыуы яҡшырмай, атаһы уның эшҡыуар булырына өмөтөн өҙә. 1875 йылда ул Густавты Венаға билдәле педагог Юлиус Эпштейнға алып бара[11][4].
Малерҙың һәләтле уҡыусы икәнен күргән профессор Эпштейн уны Вена консерваторияһына Франц Креннда уҡырға ебәрә[12]. Ул Антон Брукнерҙың лекцияларын тыңлай, уны үҙенең уҡытусыһы тип иҫәпләй[4].
Вена бер нисә быуат буйы Европаның музыкаль баш ҡалаһы тип иҫәпләнә, бында Людвиг ван Бетховен һәм Франц Шуберт рухы йәшәй, 70-се йылдарҙа бында А. Брукнерҙан тыш Иоганнес Брамс йәшәй, Вена музыка һөйөүселәр йәмғиәте концерттарында ул ваҡыттағы иң яҡшы дирижёрҙар, шул иҫәптән, Ханс Рихтер, Вена император операһында Аделина Патти, Паолина Лукка йырлай, ә Вена урамдарында йыш яңғыраған халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре Малерға ижадҡа илһам бирә[13][14]. 1875 йылдың көҙөндә Австрия башҡалаһына Рихард Вагнеркилеүе бындағы музыка һөйөүселәр донъяһын ҡуҙғытып ебәрә[15]. Малер Вагнер менән Брамс музыкаһын яратыусылар араһындағы низағтың шаһиты була. Уның ля-минор квартетында (1876) Брамсҡа оҡшарға тырышыу, дүрт йылдан һуң үҙе яҙған шиғырға «Жалобная песнь» кантатаһында инде Вагнер менән Брукнер тәьҫире һиҙелә[16][17].
консерваторияла уҡыған саҡта Малер экстерн менән Йиглава гимназияһын тамамлай; 1878—1880 йылдарҙа ул Вена университетында тарих һәм философия буйынса лекциялар тыңлай, фортепианола уйнап йәшәргә аҡса таба[4]. Малерҙы шәп пианист тип һанайҙар, уның композитор тәжрибәһе профессорҙар тарафынан хупланмай; 1876 йылда симфонияһының беренсе өлөшө өсөн улпю беренсе премия ала[18][12]. 1878 йылда Малер консерваторияны тамамлай, бында ул үҙе кеүек танылмаған композиторҙар Хуго Вольф һәм Ханс Ротт менән дуҫлаша; һуңғыһы уға бигерәк тә яҡын була, бер нисә йылдан һуң Малер Н. Бауэр-Лехнерға яҙған хатында дуҫының ижадына юғары баһа бирә[19]. Роттың Малерға тәьҫире (бигерәк тә Береенсе симфонияла) хәҙерге тикшеренеүселәргә Брукнер менән Малер араһында Ротт тора тип әйтергә мөмкинлек бирә[20].
Вена Малер өсөн икенсе тыуған еренә әйләнә, уны музыка классикаһына һәм яңы музыкаға алып килә, уның рухи донъяһының сиктәрен билдәләй, уны төрлө юғалтыуҙарға, аҡса юҡлыҡҡа түҙергә өйрәтә[11]. 1881 йылда ул Бетховен конкурсына «Жалобная песнь» тигән әҫәрен тәҡдим итә. Был романтик легендала ағаһы тарафынан үлтерелгән рыцарҙың һөйәгенән эшләнгән флейта шпильман (музыкант) ҡулында кеше үлтереүсене фашлай торған ҡоралға әйләнә[21][22]. Ун биш йылдан һуң Малер тап «Жалобная песнь» әҫәре уны „Малер“ итеүе тураһында яҙа, уға беренсе опус тигән исем бирә[23]. 600 Австрия гульдены күләмендәге премияны И. Брамс, Эдуард Ганслик, композитор Карл Гольдмарк һәм дирижёр Ханс Рихтерҙан торған жюри Роберт Фуксҡа бирә[24][25]. Н. Бауэр-Лехнер Малер был еңелеүҙе бик ныҡ ауыр кисерә, күп йылдар үткәс ул әгәр ошо конкурста еңгән булһам, бер ҡасан да тормошомдо опера театры менән бәйләмәҫ инем ти[25][24]. Шунан алда ошо уҡ конкурста уның дуҫы Брукнерҙың яратҡан уҡыусыһы Ротт уңышһыҙлыҡҡа осрай; жюри ағзаларының мыҫҡыллы һүҙҙәре уның психикаһына ауыр тәьҫир итә, һәм 4 йылдан һуң 25 йәшлек композитор психик сирлеләр дауаханаһында вафат була[20][26].
Малер был уңышһыҙлыҡтан һуң композициянан баш тарта ( 1881 йылда ул «Рюбецаль» әкиәт опера өҫтөндә эшләй, уны тамамламаған килеш ҡалдыра), үҙен башҡа төрлө эшмәкәрлектә һынап ҡарарға була һәм шул уҡ йылда Лайбахтан дирижёр вазифаһына саҡырыу ала (хәҙерге Любляна) [24][27].
1911 йылда, вафаты ваҡытында, симфонияларын Европала, Рәсәйҙә һәм Америкала 260 тапҡыр уйнаған булалар. Иң йышы Дүртенсе симфония башҡарыла.
Тере сағында Малерҙың әҫәрҙәре ҡыҙыҡһыныу уята, әммә яҡшы рецензиялар бик һирәк була.
Малерҙың танылыуы һуғыштан һуңға тура килә.
Йөҙ йәше тулғандан һуң, бик ҡыҫҡа ғына ваҡытта, 1960 Малер иң йыш башҡарылған һәм яҙҙыртылған копозиторға әүерелә.
Меркурийҙағы кратерға Малер исеме бирелгән.
1905 йылдың 9 ноябрендә Малер Вельте-Миньонда үҙенең 4 әҫәрен яҙҙыртҡан булған
и др.
Густав Малерҙың бар әҫәрҙәрен дә яҙҙыртҡан дирижерҙар :
Мөһим яҙмалар яҙҙырған дирижёрҙар:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.