From Wikipedia, the free encyclopedia
{{Геокар|Параметр|0|d=p2234|[[Күләме]||км³|Стиль=4}}
Гусев кратеры | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Ростов өлкәһе |
Гусев кратеры — Рәсәйҙең Ростов өлкәһендәге импактлы кратеры. Дон һыртында, Каменск-Шахтинский ҡалаһы янында, Северский Донец йылғаһы бассейнында урынлашҡан.
Гусев кратеры Каменский кратерының сателлиты; ике кратер ҙа бер үк ваҡытта төп астероид һәм уның бәләкәй юлдашы ергә төшөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Кратерҙың йәше, импактный быяланы даталауға нигеҙләү буйынса, 49 миллион йыл тәшкил итә (эоцен). Каменское ваҡиғаһы һай диңгеҙ бассейнында булған тип фаразлана[1].
Кратерҙың диаметры яҡынса 3 км булып, уның йәше, баһалау буйынса, 49.0 ± 0.2 миллион йыл тәшкил итә. Кратер ер өҫтөндә урынлашҡан.
Үҙенең структураһы буйынса Гусев кратеры ябай структуралы, ул шулай уҡ түңәрәк соҡорҙан ғибәрәт, үлсәме яҡынса 4,5 км х 2,5 км, тәрәнлеге 600 метр. Йыһандан төшөрөлгән фотола кратер һыҙатланмай. Соҡор күмер тоҡомдарында барлыҡҡа килгән һәм үҙәгендә ҡалынлығы яҡынса 360 м булған аллогенный брекчия менән тултырылған. Импактиттың (аллогенный брекчия) тәбиғәткә сыҡҡан ере әҙ, ул Северский Донец йылғаһы үҙәндәрендә һәм уның ҡушылдыҡ йылғалары янында, шулай уҡ Гусев тораҡ пунктының көнбайышында һәм төньяҡ-көнбайышында күҙәтелә.
Был тирәнең ҡатламдарын тикшереү ваҡытында структураһында глубокинская свитаның барлығы билдәләнә, свитаның кратер территорияһындағы һәм уның яҡын-тирәһендәге майҙаны 40х60 км тәшкил итә. Глубокинская свитаның ҡапланыу формаһы күбәләкте хәтерләтә: билатеральный күсәре көньяҡтан төньяҡҡа табан һуҙылған. Гусев кратеры өҫтөндәге Глубокинская свита ҡатламдарының ҡалынлығы 200—300 м тәшкил итә. Свита тоҡомдары мергель, ҡомло мергель, конус һымаҡ сәсрәгән кратерҙар мишендары тоҡомоноң киҫәктәренән ғибәрәт[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.