![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/7f/S_dnem_Pobedy.jpg/640px-S_dnem_Pobedy.jpg&w=640&q=50)
Губкин урамы (Ишембай)
Ишембай ҡалаһындағы урам / From Wikipedia, the free encyclopedia
Губкин урамы — Ишембай ҡалаһының үҙәк урамдарының береһе. Урыҫ ғалим-геологы, совет нефть геологияһына нигеҙ һалыусы Иван Михайлович Губкин (Зиязетдинов 2011:65) хөрмәтенә аталған. Машиналар йөрөгән юл уртаһында ике яғына ағастар ултыртылған бульвар булдырылған, унда йәйәүлеләр ял итһен өсөн эскәмйәләр ҡуйылған. Кистәрен ишембайҙар был бульварҙа ял итеп йөрөргә ярата.
Ҡыҫҡа факттар Хөрмәтенә аталған, Дәүләт ...
Губкин урамы | |
![]() | |
Хөрмәтенә аталған | Губкин Иван Михайлович |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Ишембай |
Почта индексы | 453205 һәм 453213 |
![]() |
Ябырға
Губкин урамы бер яҡтан Некрасов урамына барып тоташа, икенсе яҡтан Горький урамына барып терәлә.
Тап ошо урамда Ишембай ҡалаһының төп майҙаны урынлашҡан. Майҙан уртаһында Беренсе башҡорт нефтен асыусыларға арнап һәйкәл ҡуйылған.