Грузияла ислам
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ислам дине хәҙерге заман Грузия биләмәһендә ғәрәптәрҙең яулап алыуы дәүеренән күләме һәм әһәмиәте буйынса икенсе булып тора. 2002 йылғы һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, илдә ислам динен тотҡан кешеләр 9,9 % (0,4 миллион самаһы кеше) тәшкил итә. Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә мосолмандар халыҡтың сағыштырмаса йәки абсолют күпселеген тәшкил итә.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/94/Mosque_in_Tbilisi_2.jpg/640px-Mosque_in_Tbilisi_2.jpg)