From Wikipedia, the free encyclopedia
Гренла́нд диңгеҙе — Гренландия, Исландия, Шпицберген һәм Ян-Майен утрауҙары араһында урынлашҡан Төньяҡ Боҙло океандың өлөшө.
Гренланд диңгеҙе | |
---|---|
Майҙаны | 1 205 000[1] км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 5527[1] м |
Уртаса тәрәнлек | 1444[1] м |
Гренланд диңгеҙе Викимилектә |
Диңгеҙҙең дөйөм майҙаны — 1 205 000 км², уртаса тәрәнлеге — 1444 м, иң тәрән урыны 5527 м тәшкил итә[1].
Һыуҙың уртаса температураһы йәйен — 0 °C-тан +6 °C-ҡа, ҡышын — −2 °C-тан +1 °C-ҡа барып етә. Тоҙлолоғо — 32—34‰ (ғәҙәттә ҡышын юғарыраҡ, быға диңгеҙҙә сөсө боҙ барлыҡҡа килеүенә бәйле).
Гренланд диңгеҙенең үҙәк һәм төньяҡ өлөштәре боҙ баҫыуҙарына бай, ә ҡышын ошо урындар тулыһынса боҙ менән ҡаплана, ғәмәлдә был суднолар йөрөүен мөмкин түгел итә.
Гренланд диңгеҙендә планктон һәм бентос күп, был үҙ сиратында төрлө диңгеҙ фаунаһын аҙыҡ менән тәьмин итә. Гренланд диңгеҙенең һөтимәрҙәре бер нисә төр менән күрһәтелгән (тәүге сиратта — гренландия киты, белуха һәм гренландия тюлене).
Ау балыҡтары араһынан треска, сельдь, диңгеҙ алабуғаһы, ҡара палтус, камбала бында тереклек итә.
Диңгеҙ төбө рельефы — Мон һәм Книпович һыу аҫты һырттары, Гренланд-Исланд һикәлтәһе менән сикләнгән ҙур котловина.
Ағымдары — һыуыҡ Көнсығыш Гренландия, йылы Шпицберген.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.