Италия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты From Wikipedia, the free encyclopedia
Грация Деледда (итал. Grazia Deledda; 27 сентябрь 1871 йыл, Нуоро, Сардиния — 15 август 1936 йыл, Рим) — Италия яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты. Венералағы Деледда кратерына уның исеме бирелгән.
Грация Деледда | |
Sardinian: Grassia Deledda | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2][3] |
---|---|
Гражданлыҡ | Италия короллеге[d][4] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | итал. Maria Grazia Cosima Deledda |
Псевдоним | Ilia di Saint-Ismael[5] |
Тыуған көнө | 27 сентябрь 1871[6][7][8][…] |
Тыуған урыны | Нуоро[d], Италия[9][10][2][…] |
Вафат булған көнө | 15 август 1936[9][11][12][…] (64 йәш) |
Вафат булған урыны | Рим, Италия[9][10][2][…] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | рак молочной железы[d] |
Ерләнгән урыны | Кампо Верано[d] |
Хәләл ефете | Palmiro Madesani[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Итальян |
Һөнәр төрө | яҙыусы, шағир, романист, драматург, прозаик, новеллист |
Эшмәкәрлек төрө | шиғриәт һәм повествование[d] |
Уҡыу йорто | Домашнее обучение[d] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1936 |
Жанр | автобиография һәм драма[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Изображается на | Con Grazia[d] |
Писал для | Mind, Inc.[d][13] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Grazia Deledda |
Грация Деледда Викимилектә |
Грация Деледда 1871 йылдың 27 сентябрендә Сардиниялағы Нуорола тыуа.
Атаһы ер биләүсе була. Грация башланғыс мәктәп тамамлай. Кескәй генә хикәйәләр яҙып, уларҙы «L’ultima moda» мода журналы нәшриәтенә ебәреп тора. Тиҙҙән «Fior di Sardegna» тигән тәүге новеллаһын яҙа (1892).
1900 йылда Грация кейәүгә бара, ире Пальмиро Мадезани (итал. Palmiro Madesani) Сардинияның баш ҡалаһы Кальяриҙа Оборона министрлығы хеҙмәткәре була. Артабан ғаилә Римға күсә. 1926 йылда Деледдаға әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы тапшырыла. Грация Нобель премияһын алғас та күп эшләүен дауам итә. «La casa del poeta» (1930, «Шағир Йорто») һәм «Sole d’estate» (1933, «Йәйге ҡояш») тигән хикәйә йыйынтыҡтары тормошҡа оптимистик ҡарашты сағылдыра.
Грация Деледда Римда 1936 йылда 64 йәштә вафат була.
Деледда веризм мәктәбенә ҡарай. Яҙыусы булараҡ формалашыуына урыҫ әҙәбиәте, беренсе сиратта Толстой, Горький, Чехов, Гоголь, Достоевский, Тургенев әҫәрҙәре менән танышыу ҙур йоғонто яһай. Уның ижадын Луиджи Капуана һәм Джованни Верга, шулай уҡ Enrico Thovez, Pietro Pancrazi, Renato Serra кеүек йәш яҙыусылар юғары баһалай.
Грация тыуған яғындағы тормош ысынбарлығын теүәл һүрәтләй, уҡыусыны үҙенсәлекле йомоҡ тормош рәүеше, әүәлдән һаҡланып ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар менән таныштыра, халыҡтың наҙан, тиҙ ышаныусан, фантазияға бай холоҡ-фиғелен һүрәтләй, тыуған яғының тауҙарын, күркәм болон-яландарын тасуирлай. Унда үҫкән кешеләр ҙур ҡалаларҙы бик алыҫта һәм сит бер нәмә тип иҫәпләй, унда йәшәүселәрҙың хатта һөйләше лә ят тойола. Деледданың билдәле романдарының береһе булған «Айырылышыуҙан һуң» (итал. Dopo il divorzio, 1902) әҫәрендә автор уҡыусыны киләсәккә алып китә, әлегә көсөнә инмәгән айырылыу тураһындағы закон эшләй башлағас, Италияла уның ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын һүрәтләй. Романдың геройы суд хатаһының ҡорбаны була, ул бер ҡәрҙәшен үлтереүҙә ғәйепләнә һәм 27 йылға ултыртып ҡуйыла. Хөкөмдөң хата булғаны асыҡланғас, ул ваҡытынан алда тыуған еренә ҡайтыу мөмкинлеген ала, әммә ирен бик ныҡ яратҡан һөйөклө ҡатыны Джованна, яңы закондан файҙаланып, икенсе кешегә кейәүгә сығырға ризалашҡан була. Ҡасандыр бер-береһен өҙөлөп яратҡан ике кешенең осраҡлы осрашыуы уларҙа элекке хистрәен дөрләтеп ебәрә. Джованна беренсе иренә ҡабат ҡайта, әммә йәмәғәтселек уны законлы иренә хыянат иткән насар ҡатын тип битәрләй.
«Элиас Портолю» (Elias Portolu, 1903) романында Сардиния пейзажы һәм көнкүреше менән бергә халыҡ араһынан сыҡҡан кешенең психологияһы һүрәтләнә. Ул онотолоп китеп ағаһының ҡатыны менән ҡушыла, әммә выжданы ғазаптарға дусар итә, ул монастырға китергә, гел генә доғалар уҡып, ураҙалар тотоп, донъя рәхәтлектәренән ваз кисеп, гонаһын юйырға йыйына, ағаһы мәрхүм булып, ҡатын ирекле булып ҡалғас та, уның менән осрашыуҙан ҡаса.
«Көл» (Cenere, 1904) романынынң геройы — Сардиния крәҫтиәне ҡыҙының никахһыҙ тыуған улы. Уны әсәһе ташлаған, әммә изгелекле кешеләрҙең ярҙамы менән ул университетта белем ала һәм тыуған яғына ҡайта һәм, ҡартайған әхләҡһеҙ әсәһен эҙләп табып, уны ҡарарға йыйына. «Көл» романы буйынса Артуро Амброзио Элеонора Дузе ҡатнашлығында телһеҙ кино төшөрә.
Деледда хикәйәләр яҙыуын дауам итә; 1901 йылда сыҡҡан йыйынтығы «Ҡараңғылыҡ королеваһы» (La regina d élle tenebre) тип атала.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.