Гольфстрим
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гольфстри́м (ингл. gulf stream — ҡултыҡтан ағым) — Атлантик океанда йылы диңгеҙ ағымы. Тар мәғәнәлә Төньяҡ Америка ярындағы Флорида ҡултығынан Ньюфаундленд банкаларына тиклем. Киң мәғәнәлә Төньяҡ Американан Скандинавия ярымутрауына, Шпицберген, Баренц диңгеҙе һәм Төньяҡ Боҙло океанына тиклем йылы диңгеҙ ағымы системаһы[1]. Гольфстрим — океан төбөнә тиклем таралған 70—90 км киңлектәге көслө ағым, океан өҫтөндә максималь тиҙлеге секундына бер нисә метр, аҫтараҡ тиҙлеге аҡрыная (1000—1500 м тәрәнлектә 10-20 см/с). Һыу сығымы 0,1 км3/с.[2][3].
Гольфстрим һыу сығымы секунд һайын 50 миллион куб метр һыу, был донъялағы бөтә йылғаларҙың һыу сығымынан 20 тапҡыр артыҡ. Йылылыҡ ҡеүәте яҡынса 1,4·1015 ватт. Йыл әйләнәһенә ағым динамикаһы үҙгәрә.