Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Глазго университеты — Бөйөк Британияла өҫтөнлөклөлөгө буйынса дүртенсе һәм Шотландияла иң эре университет. Глазго ҡалаһында урынлашҡан. 1451 йылда папа буллаһы Николай V тарафынан нигеҙ һалына. Бөйөк Британия «Рассел» тикшеренеү университеттарының абруйлы алдынғылар төркөмөнә һәм Universitas 21[en] халыҡ-ара университеттар селтәренә инә (һуңғыһына нигеҙ һалыусы- ағза).
QS World University Rankings исемлегендә 2013 йылда Бөйөк Британияла университет 9-сы урынды биләй һәм планетаның юғары уҡыу йорттары араһында 51 иң яҡшы юғары уҡыу йорттары иҫәбенә инә[18]. Университет менән ете Нобель премияһы лауреаты бәйле, береһе Шотландияның премьер-министры һәм беренсе министры.
Структуралы дүрт колледждан тора.
Университет китапханаһында махсус коллекциялар бүлеге бар, ул боронғо, һирәк һәм уникаль баҫмаларҙан тора, шул иҫәптән халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған урта быуат һәм ренессанс ҡулъяҙмалар бар. Китаптар коллекцияһының иң ҡиммәтле һәм иң билдәлеһе булып Хантер китапханаһы тора, ул XVIII быуаттың иң яҡшы китапханаһы булған. Доктор Уильям Хантер (1718—1783), шотланд анатомы һәм табибы, Лондон король йәмғиәте ағзаһы, үҙ ваҡытында күренекле акушер, хәҙерге анатомияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе; билдәле хирург Джон Хантерҙың өлкән ағаһы, 1740 йылдарҙа Лондонда күсеп килгәнгә тиклем Глазго университетында уҡый. Коллекцияла 10000 ашыу баҫма китап һәм яҡынса 600 ҡулъяҙма бар.
140 илдән студенттар уҡый.
Университетта 2 студент союзы һәм йөҙҙән ашыу ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар эшләй. Кампус территорияһында кинотеатр, театр, 4 музей, бассейн менән заманса спорт залы бар.
2014 йылда студенттар ректоры булып (етәкселеге алдында студент вәкиле) Эдвард Сноуден һайлана[19] (өс йылға). Элек был вазифаны Винни Мандела һәм Вануну Мордехай биләгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.