From Wikipedia, the free encyclopedia
Глазго метрополитены — Шотландияла Глазго ҡалаһындағы метрополитен.
Глазго метрополитены | |
Нигеҙләү датаһы | 14 декабрь 1896[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Glasgow Subway |
Дәүләт | Бөйөк Британия |
Административ-территориаль берәмек | Глазго-Сити[d] |
Историческое графство | Ланаркшир[d] һәм Ренфрушир[d] |
Урын | Глазго |
Хеҙмәтләндереүсе | Strathclyde Partnership for Transport[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 14 декабрь 1896 |
Ширина колеи | four-foot gauge[d] |
Пассажирҙар ағышы | 12 700 000[2] |
Көндәлек пассажирҙар ағымы | 34 950 |
Рәсми сайт | spt.co.uk/travel-with-sp… |
Файл KML | Template:Attached KML/Glasgow Subway[d] |
Маршрутная карта | Шаблон:Метрополитен Глазго[d] |
Система электрификации | 600 В пост.[d] |
Сторона железнодорожного движения | һул[d][3] |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 26 194 |
Глазго метрополитены Викимилектә |
Ун биш станция менән бер ҡулса линиянан тора, дөйөм оҙонлоғо — кт 10,4, линия буйынса хәрәкәт итеү ваҡыты — 24 минут. Ғәҙәти булмаған тар 1219 мм (4 фут) колея ҡулланыла. Тоннель диаметры шулай уҡ ғәҙәттәгенән әҙерәк — 3,35 м (11 фут). Нигеҙ һалыныуының уртаса тәрәнлеге 10 метр самаһы. 2005/2006 йыл мәғлүмәттәре буйынса пассажирҙар ағымы йылына 13,16 миллион кеше тәшкил итә (көнөнә 36 мең кеше).
Линия 1896 йылдың 14 декабрендә асылған һәм шул ваҡыттан алып ҙурайтылмаған. 1935 йылда , электрлаштырыла. 1977—1980 йылдарҙа система тулыһынса реконструкциялауға ябыла. Бер станция («Мерклэнд-стрит»), ябыла, уны яңы «Партик» станцияһына алмаштыралар, туннель һәм станцияларҙы үҙгәртеп ҡоралар. Составтарының ҡыҙғылт төҫө буйынса ул «борғосло әфлисун» тигән исем алған.
Станциялар Клайд йылғаһының ике яҡ яры буйында урынлашҡан. Бөтә станциялар ер аҫтында, 12 станция утрау платформаға эйә, ҡабырға платформалар «Партик», «Гован» һәм «Сент-Енохтың» станцияларында. Станцияларҙа платформалар тар: киңлеге 3 метр (10 фут). Оҙонлоғо 40 м самаһы, 3 вагонға иҫәпләнгән. Рельстар кимәленән платформаның бейеклеге 65 см. Линияла Партик, Бьюкенен-стрит һәм Сент-Енохта өс күсеп ултырыу урыны бар.
Асылыған ваҡытта хәрәкәтсән состав 20 айырым вагондарҙан тора, бер йылдан һуң тағы шундай уҡ 10 вагон өҫтәлә. 1898 йылдан һәр береһенә тағылмалы вагон өҫтәлә. Бер тағылмалы вагон үҙенең тәүге ҡиәфәтендә һаҡлана һәм Buchanan Street. станцияһында урынлашҡан.
Ҡайһы бер тәүге вагондар электрлаштырылған юлдарҙа 1977 йылға тиклем хеҙмәт итә.
Бөтә вагондарҙың һәр яҡтан икешәр ишеге бар. Ике вагонлы составтарға инеү ике үҙәк ишектән, ә сығыу ике ситке ишектән башҡарыла.
Метрополитен 6:30 алып 23:30 сәғәткә тиклем бөтә көндәрҙә лә, йәкшәмбенән тыш, 4-8 минут интервал менән эшләй. Йәкшәмбе көнөндә эш ваҡыты 11:00—18:00 тиклем 8 минут интервал менән сикләнгән
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.