Глазго
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гла́зго (ингл. Glasgow [ˈɡlɑːzɡoʊ], скотс Glesga, гэл. Glaschu [ˈkɫ̪as̪xu]) — Шотландияның иң ҙур һәм халыҡ һаны буйынса Бөйөк Британияла дүртенсе (Лондон, Бирмингем һәм Лидстан һуң) ҡала. Глазго-сити округының административ үҙәге. Шотландияның үҙәк өлөшөнөң көнбайышында, Клайд йылғаһы буйында (тамағынан 32 км алыҫлыҡта) урынлашҡан.
Ҡала
|
Глазго VI быуат уртаһында нигеҙләнгән, Урта быуаттарҙа Шотландияның мөһим дини һәм мәғариф үҙәктәренең береһе тип һаналған. XVIII быуат сәнәғәт инҡилабы уны Бөйөк Британияның эре сәнәғәт (бигерәктә караптар эшләү өлкәһендә) үҙәктәренең береһенә әйләндерә, ә артабанғы йөҙ йыллыҡта ҡала иҡтисадының сәскә атыуы шундай масштабтар ала, хатта уны империяның икенсе ҡалаһы (Лондондан һуң) тип иҫәпләнгән. XX быуат аҙағында, 1920—1970-се йылдарҙа кисерелгән көрсөктән һуң (уның эҙемтәләре арҡаһында халыҡ һанының ҡырҡа кәмеүе һәм йәшәү кимәленең түбәнәйеүе булған), Глазго властары тарафынан ҡаланың мәҙәни һәм иҡтисади күтәрелеүенә йүнәлтелгән программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырған.