АҠШ биохимигы һәм фармакологы From Wikipedia, the free encyclopedia
Гертруда Белл Элайон (ингл. Gertrude Belle Elion; 23 ғинуар 1918 йыл, Нью-Йорк, АҠШ — 21 февраль 1999 йыл, Чапел-Хилл, Төньяҡ Каролина, АҠШ) — Америка биохимигы һәм фармакологы. 1988 йылда Элайон «Дарыу терапияһының мөһим принциптарын асҡан өсөн» Джеймс Блэк һәм оҙаҡ йылдар етәксеһе булған Джордж Хитчингс менән бергә физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы ала. АҠШ-тың Милли фәндәр академияһы (1990) һәм Милли медицина академияһы ағзаһы (1991), Лондон Король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы (1995). АҠШ-тың Милли фәнни миҙалына лайыҡ булаған (1991).
Иммигрант йәһүд ғаиләһендә (атаһы 12 йәшлек сағында — Литванан, әсәһе 14 йәшендә Рәсәйҙән киткән) тыуа. 1937 йылда Хантер колледжында бакалавриат тамамлай һәм 1941 йылда Нью-Йорк университетында химия специальносы буйынса уҡып сыға. Шунан лаборант һәм уҡытыусы булып эшләй, Бороу-Веллкам (хәҙер GlaxoSmithKline) фармацевтик компанияһында Джордж Хитчингстың ассистенты була. Ҡатын-ҡыҙ булғанға Элайон аспирантураға инә алмай һәм бер ҡасан да формаль рәүештә философия докторлығы дәрәжәһенә диссертация яҡламай[7], әммә һуңынан Джордж Вашингтон университетынан, Нью-Йорк университетының Политехник институтынан (1989) һәм Гарвард университетынан (1998) почётлы доктор дәрәжәһен ала.
Элайон тапҡан дарыу препараттары араһында меркаптопурин (лейкемияға ҡаршы препарат), азатиоприн иммуносупрессоры, аллопуринол (подагранан), малярияға ҡаршы пириметамин препараты, триметоприм, ацикловир (вирусҡа ҡаршы препарат, герпесты дауалау өсөн ҡулланыла) бар.
Америка сәнғәт һәм фән академияһы (1991) һәм Америка фән үҫешенә булышлыҡ итеү ассоциацияһы ағзаһы. "Ғалимдарҙың кешелекте иҫкәртеүе"нә ҡул ҡуя (1992).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.