Геркулес ҡорамы (Рим)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Еңелмәҫ Геркулес ҡорамы (лат. Victor Hercules) йәки, икенсе версия буйынса, Зәйтүн майлы Геркулес (лат.Olivarius Hercules) — Римда Тибр яры буйы урамындағы боронғо рим ҡорамы. Был колонналар теҙмәһенән торған түңәрәк ҡорам, ҡыйығы колонналарға таяна. Рим өсөн хас булмаған ҡоролманы йыш ҡына яңылыш Рим форумындағы түңәрәҡ ҡорамға оҡшатып, Веста ҡорамы тип һанағандар. Ҡоролмаға Геркулес ҡорамы булараҡ беренсе булып Наполеон эргәһендәге Рим префекты Камилл де Турнон- Симиам аныҡлыҡ индергән.
Геркулес ҡорамы | |
Культура | древнеримская культура[d] |
---|---|
Дәүләт | Италия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Рим[1] |
Урынлашҡан урамы | piazza Bocca della Verità[d] |
Урын | Бычий форум[d] һәм I муниципий[d] |
Рәсми сайт | turismoroma.it/it/node/1… |
Манифест IIIF | gn.biblhertz.it/fotothek… |
Геркулес ҡорамы Викимилектә |
Беҙҙең эраға тиклем II быуат аҙағында төҙөлгән Геркулес ҡорамы тулыһынса тиерлек мәрмәрҙән төҙөлгән Римдә беренсе бина була. Целияла табылған яҙыу ҡорамды Грецияны яулап алыусы һәм Коринфты емереүсе консул Муммий Ахейский төҙөгән тип иҫәпләргә нигеҙ бирә[2]. Ҡорам яҡшы һаҡланған, сөнки 1132 йылда ул христиан Santo Stefano alle Carozze сиркәүенә әүерелә. XVII быуатта сиркәү Santa Maria del Sole.сиркәүе булараҡ изгеләндерелә.
Колонналар теҙмәһенең диаметры 14,8 м, колонналарҙың бейеклеге 10,7 м. тәшкил итә. Үҙенсәлекле ҡоролманан целла (тышҡы диаметры — 9,9 м) һәм уны уратып алған 20 колоннанан 19 колонна һаҡланып ҡалған. Ҡыйығы XIX быуат башында реконструкцияланған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.