![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d4/Globe4.jpg/640px-Globe4.jpg&w=640&q=50)
Геосфера
From Wikipedia, the free encyclopedia
Геосфе́ралар ( грек. γῆ — Ер һәм σφαῖρα — шар) — Ер планетаһын барлыҡҡа килтереүсе сферик ҡыртыштар (тоташ һәм өҙөк-өҙөк).
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/78/Earth_cutaway.png/640px-Earth_cutaway.png)
Геосфералар Ер үҙәгенән эҙмә-эҙлекле сиратлаша, арауыҡта һәм билдәле ваҡытта киҫешә (бер-береһенә үтеп инә), бер геосфера икенсеһенә күсә, әммә барлыҡҡа килеүендә һәм эшмәкәлегендә үҙаллыҡ һаҡлай. Геосфералар бер-береһе менән бәйле һәм тотороҡло динамик система барлыҡҡа килтерә[1].