Географик киңлек
From Wikipedia, the free encyclopedia
Географик киңлек — сферик координаталар системаһында Ер йөҙөндәге нөктәнең торошон билдәләүсе координата[1]; меридиандың билдәле бер нөктә һәм экватор араһындағы өлөштөң градустарҙа күрһәтелгән дәүмәлене.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/d/d3/Grosskreis.jpg)
Параллелдәр һәм меридиандар ярҙамында географик объекттың урынын билделәү өсөн географик киңлек һәм географик оҙонлоң тигән төшөнсәләр индерелгән.
Географик киңлектәр экваторҙан иҫәпләнә. Экваторҙағы барлыҡ географик нөктәләр бер үк географик кинлектә, йәғни 0° киңлектә урынлашҡан. Төньяҡ ярымшарҙа барлыҡ нөктәләр 0°-тан 90°-ҡа тиклемге төньяҡ киңлектә, ә Көньяҡ ярымшарҙа ятҡан барлыҡ нөктәләр — (минус) 0°-тан 9минус) 90°-ҡа тиклем көньяк киңлектә ята.