From Wikipedia, the free encyclopedia
Географик атлас — альбом йәки китап рәүешендә эшләнгән һәм билдәле системаға һалынған географик карталар йыйынтығы.
17 быуат аҙағында — 18 быуат башында, территорияларҙы системалы географик тикшеренеүҙәргә бәйле, Рәсәйҙең айырым төбәктәре һәм киң райондарының һыҙмалары, карталары барлыҡҡа килә. Шуларҙың береһе булып тәүге Рәсәй атласы — С.У.Ремезовтың 23 картанан торған «Себер һыҙма китабы»[1] тора. 1734 й. И.К.Кириловтың 37 картанан торған «Бөтә Рәсәй империяһы атласы»[2] баҫыла. 1744 й. Ырымбур экспедицияһының (1734—44) геогр. бүлеге 1 ген. һәм 11 шәхси картанан торған «Ырымбур губернаһы атласың»[3] төҙөй. Карталар төньяҡ киңлектең 39° алып 59° тиклем һәм көнсығыш оҙонлоҡтоң 48° алып 67° тиклем ятҡан биләмәһен күрһәтә.
И.Красильниковтың «Ырымбур губернаһы һәм уның менән сиктәш урындарҙы сағылдырған географик ландкарталар һәм һыҙмалары»[4] беренсе төбәк атласы булып тора. Уралда тау сәнәғәте үҫешенә бәйле, «Заводтар атласы»[5] төҙөлә, уға дөйөм һәм ҡайһы бер заводтарҙың тирә-яҡтары күрһәтелгән карталар ингән.
Иҙрисиҙең «торама өлкәләр» карталары (1154 й. төҙөлгән) Башҡортостан һәм уның биләмәһендәге географик объекттарҙы сағылдырған иң тәүге карталар йыйынтығы булып тора. А.Крескестың 8 картанан торған Каталония донъя атласы (1375—77) — йылғалар буйындағы биләмәләр географияһы тасуирламаһын яҡтыртҡан атластарҙың береһе. Карталарға Волга йылғаһы индерелгән, Кама йылғаһы буйындағы башҡорт тораҡтары күрһәтелгән. 16—17 быуаттарҙа сыҡҡан Көнбайыш Европа атластарында Башҡортостан «Башҡорттар», «Башҡорт урҙаһы», «Башҡортостан, йәғни башҡорттар иле» исемдәре менән бирелгән, ҡайһы бер географик объекттар һәм гидрографик селтәр аныҡ сағылдырылған. М.Вальдзеемюллерҙың (1516) 12 картанан һәм А.Ортелияның (1570) 70 картанан торған «Донъя театры» («Театр Мира») атластарында, П.Планкиустың 18 битле донъя картаһында (1592), ҡулъяҙма француз атласының «Себер һәм Оло Тартарияның генераль картаһы»нда («Генеральная карта Сибири и Большой Тартарии»), Г.Меркаторҙың (1595; 107 картанан тора), К.Лоттерҙың (1770) һ.б. атластарҙа Урал тауҙары (ҡайһы берҙәрендә — Төньяҡ һәм Көньяҡ Урал), Ағиҙел, Кама, Таналыҡ, Тубыл, Урал, Һаҡмар, Һамар, Ырғыҙ, Әй һ.б. йылғалар күрһәтелгән.
50‑се йылдар аҙағынан республикаларҙың, крайҙарҙың һәм өлкәләрҙең комплекслы фәнни-белешмә атластарын төҙөү эштәре яңынан башлана. 1976 йылда «Башҡорт АССР‑ы атласы» («Атлас Башкирской АССР»), 1992 йылда «Башҡортостан Республикаһы атласы» («Атлас Республики Башкортостан»), 1999 йылда ««Башҡортостан Республикаһы» дөйөм географик төбәк атласы» («Общегеографический региональный атлас «Республика Башкортостан»»), 2001 йылда башланғыс класс уҡыусылары өсөн «Башҡортостан Республикаһы атласы» («Атлас Республики Башкортостан»; 2003 йылда — башҡорт телендә), 2004 йылда ««Башҡортостан Республикаһы. Өфө» автомобиль атласы» («Автомобильный атлас «Республика Башкортостан. Уфа»»), 2005 йылда «Башҡортостан Республикаһы атласы» («Атлас Республики Башкортостан»), 2007 й. «Башҡортостан Республикаһының тарихи-мәҙәни энциклопедик атласы» («Историко-культурный энциклопедический атлас Республики Башкортостан») донъя күрә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.