Генри Фонда
From Wikipedia, the free encyclopedia
Генри Джейнс Фонда (ингл. Henry Jaynes Fonda; 16 май 1905 йыл — 12 август 1982 йыл) — Америка кино һәм театр актёры, «Оскар» премияһы лауреаты, актёр Питер Фонда, актриса Джейн Фонданың атаһы һәм актриса Бриджит Фонданың ҡартатаһы.
Генри Фонда | |
Henry Fonda | |
| |
Исеме |
Генри Джеймс Фонда |
---|---|
Тыуған көнө |
16 май 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
12 август 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (77 йәш) |
Вафат урыны | |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актёр |
Наградалары |
Ҡалып:Бронза миҙалы (АҠШ)
«Оскар» (1981,1982) |
IMDb | |
Генри Фонда Викимилектә | |
Фонда Бродвей актёры булараҡ билдәле булып китә. Голливудта уның дебюты 1935 йылда була. Карьераһы 1914 йылда «Асыу тәлғәштәре гнева» фильмындағы Том Джоуд роле өсөн «Оскар» премияһына номинацияға эләгеүҙән һуң башлана. Фильм Джон Стейнбектың Бөйөк депрессия осоронда яҡшы тормош эҙләп Көнбайышҡа күсенгән һәм Саңлы ҡаҙанға (Пыльный котел) эләккән Оклахомалағы фермер ғаиләһе тураһындағы ошо уҡ исемле романы буйынса ҡуйыла.
Голливудтағы алты тиҫтә йыл хеҙмәт иткән арала Генри Фонда фильмдарҙа үҙенең көслө, һөйкөмлө образын сағылдыра, был фильмдар Голливудтың класскаһына әүерелгән: «Окс-Боуҙағы осраҡ», «Мистер Робертс», «Ун ике асыулы ир-егет». Һуңынан ул ауыр эпик картиналарҙа, мәҫәлән, режиссёр Серджо Леоненың «Бер мәл Ҡырағай Көнбайышта» (үлтереүсе ролендә) картинаһында, шулай уҡ Люсиль Болл менән бергә төшкән «Һинеке, минеке, беҙҙеке» һымаҡ еңел комедияларҙа төшә. Вафатынан бер нисә ай элек ҡаты сирле Фонда «Алтын быуала» драмаһында иң яҡшы ир-егет роле өсөн «Оскар» премияһына лайыҡ була.
Ғаиләлә уны Хэнк тип йөрөткәндәр. 1999 йылда Генри Фонда Америка киносәнғәте интституты тарафынан тарихтағы иң бөйөк актёрҙар исемлегенә индерелде.