![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/2/27/Uk_london_vaudeville.jpg/640px-Uk_london_vaudeville.jpg&w=640&q=50)
Водевиль
From Wikipedia, the free encyclopedia
Водеви́ль (франц. vaudeville) — комедия жанрының музыкаль номерҙарҙы (таҡмаҡтар, романстар һәм бейеүҙәр) эсенә алған бер төрө. Водевилгә күңелле сюжет, ҡыҙыҡлы интрига, юмор хас.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/2/27/Uk_london_vaudeville.jpg/320px-Uk_london_vaudeville.jpg)
Исеме XVII быуатта ике йыр жанрын ҡушыуҙан барлыҡҡа килгән.
XV быуат аҙағында val de Vire —«Вир үҙәне» (Вир — Нормандиялағы йылға) тигән музыкаль жанр барлыҡҡа килә. Уларҙы халыҡсан шағирҙар — Басселен Оливье һәм Ле-Гу ижад итә. Былар бер тауышҡа йырлана торған урындағы норман йырҙары була.
XVI быуатта Нормандия сиктәрендә танылыу яулай.