From Wikipedia, the free encyclopedia
Вислава Шимборская (пол. Maria Wisława Anna Szymborska [viˈswava ʂɨmˈbɔrska]; 2 июль 1923 йыл, Бнин, хәҙер Познань янындағы Курник — 1 февраль 2012 йыл, Краков[1]) — поляк шағиры; Әҙәбиәт буйынса 1996 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
Вислава Шимборская | |||||
Wisława Szymborska | |||||
Тыуған көнө: | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
(1918—1939)|Польша Республикаһы, Провент (Курник) | ||||
Вафат булған көнө: | |||||
Вафат булған урыны: | |||||
Гражданлығы: | |||||
Эшмәкәрлеге: | |||||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |||||
Премиялары: | |||||
Наградалары: |
| ||||
1931 йылдан башлап Краковта йәшәй. 1945—1948 йылдарҙа Ягеллон университетында социологияны һәм поляк әҙәбиәтен өйрәнә, тик университетты тамамлай алмай. 1948 йылда Адам Влодекка кейәүгә сыға, никахтары 1954 йылда тарҡалыуға ҡарамаҫтан, улар дуҫтарса мөнәсәбәттә ҡала[2]. 1953—1981 йылдарҙа Краковтың «Życie Literackie» әҙәби гәзитендә эшләй.
1996 йылда «шиғриәттә бик ныҡ дөрөҫлөк менән тарихи һәм биологик күренештәрҙе кешеләрҙең ысынбарлығында күрһәткән өсөн» Нобель премияһы менән бүләкләнә..
Матбуғатта 1945 йылда «Szukam słowa»(«Ищу слово») шиғыры менән «Dziennik Polski» гәзитендә дебют яһай. Беренсе шиғырҙар йыйынтығы «Dlatego żyjemy» («Поэтому живем») 1952 йылда донъя күргән.
Шимборская ижадына фәлсәфәүи һәм рухи-әхлаҡи проблемалар, асыҡтан-асыҡ һөйләү поэтикаһы һәм рефлекслылыҡ,мәңгелек менән кинәт кенә үтә торған мәлдәрҙең,тереклек менән үлемдең бәйләнешен һүрәтләү, гротескка яҡын ирония, ҡыҫҡа метафоралар, шиғырҙарының рациональ төҙөлөшө хас.
Әҙип поляк теленә француз шағирҙарының әҫәрҙәрен тәржемә иткән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.