Викос
Грециялағы тарлауыҡ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Викос тарлауығы (каньон) Викос (грек. Φαράγγι του Βίκου) — Грециялағы тарлауыҡ. Эпир перифирияһының төньяҡ-көнсығышындағы Янина периферия берәмегендә Пинд тауҙарындағы милли паркта Тимфи тауының көньяҡ битләүендә урынлашҡан. Оҙонлоғо 20 километрға, тәрәнлеге 450 метрҙан 1600 метрға тиклем етә, киңлеге 400-ҙән алып иң тар урындарҙа ике метрға тиклем тарая[2].
Ҡыҫҡа факттар Категория защищённых зон МСОП, Дәүләт ...
Викос | |
Категория защищённых зон МСОП | МСОП II категорияһы: милли парк[d] |
---|---|
Дәүләт | Греция[1] |
Административ-территориаль берәмек | Эпир[d] |
Оҙонлоҡ | 20 km |
Викос Викимилектә |
Ябырға
Викос донъяла иң тәрән тарлауыҡ булараҡ Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән. Шул уҡ ваҡытта тарлауыҡтар каньондарҙан бер нисә параметры менән айырылғанға иғтибарға алына, мәҫәлән, киңлеге/тәрәнлеге нисбәте буйынса.