From Wikipedia, the free encyclopedia
Луйк Вийви (эст. Viivi Luik; 6 ноябрь 1946[3][4] (77 йәш), Тянассильма[d], Харьюмаа[d]) — эстон яҙыусыһы һәм шағирәһе. Эстон ССР-ының атҡаҙанған яҙыусыһы (1986).
Вийви Луйк | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Эстония |
Тыуған көнө | 6 ноябрь 1946[3][4] (77 йәш) |
Тыуған урыны | Тянассильма[d], Саку[d], Харьюмаа[d], Эстония |
Әсәһе | Hilda Luik[d] |
Хәләл ефете | Jaan Paavle[d][5] һәм Яак Йыэрюйт[d] |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, балалар яҙыусыһы, архивист, китапханасы |
Эшмәкәрлек төрө | шиғриәт һәм проза |
Ойошма ағзаһы | Союз писателей Эстонии[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вийви Луйк Викимилектә |
Вийви Луйк 1946 йылдың 6 ноябрендә Тянассильма ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Тянассильма ауылында башланғыс мәктәптә, Кальмала урта мәктәптә (Рынгу улусы) һәм Таллинда ситтән тороп урта мәктәптә уҡый. 1965 йылдан 1967 йылға тиклем Таллинда китапханасы һәм архиварус булып эшләй. 1967 йылдан ул шунда йәшәй һәм оҙаҡ ваҡыт сит илдәрҙә (Финляндия, Германия, Латвия, Швеция) булыуын иҫәпләмәгәндә профессиональ яҙыусы булып эшләй. 1990 йылдарҙа әҙәби эшмәкәрлегенә төрлө стипендияларға лайыҡ булған.
Юхан Смууло исемендәге Эстон ССР-ы Әҙәби премияһы лауреаты (1976, 1977, 1983, 1986).
1962 йылда уҡ Вийви Луйктың беренсе шиғырҙары район гәзитендә баҫылып сыға. 1965 йылда «Йәш авторҙар 1964» кассетаһында «Pilvede püha» («Праздник облаков») беренсе шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға[6]. Уның артынса башҡа күп йыйынтыҡтары килә. 1970 йылдан Эстония Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡырҡ йәшенә ул 400-гә яҡын шиғыр яҙа.
1988 йылда ул Юхан Лийва исемендәге премияға лайыҡ була. 1992 йылда Эстония мәҙәниәте өлкәһендәге дәүләт премияһын ала.
1985 йылдың яҙында уның дебютлы лирик-психологик «Seitsmes rahukevad» («Етенсе тыныс яҙ») романы сыға, унда сталинизм осорондағы баласаҡ һүрәтләнә[7]. Роман 10-дан ашыу сит телдәргә тәржемә ителә һәм яҙыусыны Эстониянан ситтә лә билдәле яһай. Алты йыл үткәс Вийви Луйк икенсе «Ajaloo ilu» («Красота истории») романын баҫтырып сығара. Был роман 1968 йылда совет ғәскәрҙәрен Прагаға индереүгә ҡарата йәш эстон интеллигенцияһының реакцияһына арналған[8].
1974 йылдан Луйк Вийви эстон яҙыусыһы һәм сәйәсмәне Яак Йыэрюютта (1947 йылда тыуған) кейәүҙә .
Луйк Вийви 10 шиғырҙар йыйынтығы, 3 роман, шулай уҡ эссе, балалар китаптары һәм радиопостановкалар авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.