Византия-ғосман һуғыштары
урта быуат Балҡан тарихында мөһим роль уйнай, бер өҙлөкһөҙ тиерлек, 1299—1461 йылдарҙа, дауам иткән / From Wikipedia, the free encyclopedia
Византия-ғосман һуғыштары урта быуат Балҡан тарихында мөһим роль уйнай. Улар бер өҙлөкһөҙ тиерлек, 1299—1461 йылдарҙа, быуат ярымдан ашыу дауам иткән[1]. Шартлы ике осорға бүленә. Беренсе осорҙа (1299—1354), славяндар, итальяндар һәм франктарға ҡаршы көрәшкәндә, византийҙар йыш ҡына төрөк-ғосмандар менән союздашлыҡ мөнәсәбәттәренә ингән. Һуңғыһы, әйткәндәй, ғосмандарға ҡала яйлап Кесе Азиялағы византий ҡалаларын үҙ контроле аҫтына алырға ҡамасауламаған, шуның өҫтәүенә бвл осорҙа Балҡанда Византияға реаль ярҙам күрһәтмәгән. 1326 йылда баҫып алынған Бурса ғосман баш ҡалаһы була. 1350-се йылдарға ҡасандыр ғәйәт ҙур Византия империяһы тумрау дәүләткә әүерелгән, ә халҡы ҡырылған һәм ярым таланған Фракия (тарихи өлкә) һәм Мәрмәр диңгеҙендәге бер нисә утрау ғына баш ҡалаға туранан-тура буйһонған була. 1354 йылғы Фракия ер тетрәүе ғосмандарға Фракияның Галлиполи ҡәлғәһен ҡаршылыҡһыҙ баҫып алырға ярҙам иткән. Бынан һуң улар ҡалған византия ерҙәрен асыҡтан-асыҡ аннексиялауға күскән. Морей деспотаты 1460 йылда, ә Трапезунд империяһы — 1461 йылда яуланһа ла, 1453 йылдың 29 майында Константинополдең ҡолауы уның кульминацияһы булған. Ғосмандар кеүек, сәлжүктәр ҙә төрки сығышлы булғанлығын иҫәпкә алғанда, византия-ғосман һуғыштары ғәмәлдә византия-сәлжүк һуғыштарының һуңғы этабы булып торған.