Венгр диаспораһы
Венгриянан ситтә йәшәүсе венгрҙар / From Wikipedia, the free encyclopedia
Венгр диаспораһы (мадьярса Magyar diaszpóra) — Венгриянан ситтә йәшәүсе этник сығышы буйынса венгр халҡы. Венгр диаспораһы ике төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә 1920 йылғы (1947 йылда Париж солох килешеүе буйынса үҙгәрешһеҙ ҡала) Трианон солох килешеүе буйынса Венгрия юғалтҡан территорияларҙағы венгр халҡы — 3,3 млн самаһы. Икенсе төркөмгә үҙ илен төрлө йылдарҙа ҡалдырып киткән этник венгрҙар (1956 йылдағы күтәрелеш менән бәйле ваҡиғалар ваҡытында, йәки Венгрия ЕС-ҡа ингәндән һуң) инә[2].